"Зарифҡай, тиҙерәк йүнәл инде!"23.01.2019
Учалыла булған фажиғә бөтә республиканы тетрәндерҙе. Әле лә халыҡ яраланған Зариф Хилажевтың яҙмышы өсөн борсола, интернет селтәрендә уның тиҙерәк һауығырына өмөтләнеп, теләктәшлек белдерә.

"Зарифҡай, тиҙерәк йүнәл инде!" тим көн дә Өфө дауаханаһында ятҡан яҡташыма эстән генә мөрәжәғәт итеп, Алламдан уның һауығыуын һорайым. Һәм минең кеүек Зариф өсөн борсолоусылар, уның төҙәлеп, аяҡҡа баҫыуын теләүселәр бик күп. Барыһына ла мәрхәмәтлелектәре өсөн ҙур рәхмәт! Зариф иҫенә килгән, әлегә һөйләшә алмай. Яралары күп, ауыр. Әммә уның төҙәлеренә тамсы ла шик юҡ, ул – көслө егет!” тип яҙа Учалыла йәшәгән журналист Баныу Ҡаһарманова.





Вернуться назад