Республика етәксеһе Радий Хәбиров 23 ғинуарҙа “Фейсбук” селтәрендәге сәхифәһендә идара итеү алымына ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашты.
“Ҡулдан идара итеү”ҙең насар икәнлеген аңлайым. Әммә кисәге аралашыуҙан күренеүенсә, төбәк һәм муниципаль чиновниктар, эксперттар, йәмәғәтселәр граждандар өсөн мөһим мәсьәләне тәшкил иткән подъездарҙы ремонтлау программаһын нисек итеп йылдамыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк тормошҡа ашырыу алымын аныҡ ҡына әйтә алмай. Был эшкә аҡса таптыҡ, тик уның менән ҡайҙа барырға – әлегә быны бик аңлап етмәйҙәр”, – тип яҙған ул.
Радий Хәбиров бөгөн министрлыҡтар, ведомстволар һәм йәмәғәт вәкилдәре менән бергә подъездар буйлап йөрөп сығырға ниәтләй.