Һин дә ултыр велосипедҡа23.01.2019
Һин дә ултыр велосипедҡаБыйыл 17 майҙа һәм 20 сентябрҙә илдә йыл һайын ойошторолған “Эшкә – велосипедта” акцияһы үтәсәк. Ул көндәлек эштәрҙә велосипедта йөрөү уңайлы һәм еңел булғанын, махсус кейем, әҙерлек талап итмәгәнен дәлилләү өсөн эшләнә.

Былтыр ошо акция илдең 35 төбәгендә ойошторолғайны. Уға хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны бер миллион самаһы булған 400 компания ҡушылды.
Сәләмәт, әүҙем тормош рәүеше алып барыу, ҡалаларҙа автотранспорттан баш тартып, экология хәлен яҡшыртыуға саҡырған был акцияға һеҙҙе лә ҡушылырға саҡыра ойоштороусылар.



Вернуться назад