Мишкәләге "Юлсы" балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге һуңғы йылдарҙа район хакимиәте етәкселеге, бағымсылар ярҙамында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бинаның ҡыйығы, иҙәне яңыртылды, башҡа уңайлыҡтар тыуҙырылды.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Андреев мишкәләрҙе йәнә ҡыуандырҙы – сереп бөткән өлгөләр урынына пластик тәҙрәләр ҡуйырға ярҙам итте. Хәҙер уңайлы һәм зауыҡ менән йыһазландырылған үҙәккә балалар ҙур теләк менән йөрөй.