Башҡортостан буйынса суд приставтары хеҙмәткәрҙәре 1986 йылғы Алмаз Сәғитов менән уның улы 2005 йылғы Эрнест Сәғитовты федераль эҙләүгә иғлан итте.
Шул асыҡланған: 14 йәшлек үҫмер бер медицина учреждениеһында ла юҡ, шулай уҡ мәктәпкә уҡырға йөрөмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың Ҡазан ҡалаһында йәшенеүе ихтимал.
Ир ялған паспорт яһатҡан, унда үҙенең фотоһы йәбештерелгән, әммә башҡа исем-шәриф ҡуйылған тигән мәғлүмәт бар. Шулай уҡ улына ла ялған тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ эшләткән, тиҙәр.
Был кешеләр тураһында ниндәй генә мәғлүмәт белһәгеҙ ҙә, түбәндәге телефондарға шылтыратыуығыҙ һорала. Эҙләү буйына суд приставтары: 8 (986) 966 60 88; 8 (917) 75 20 681. Суд приставтары хеҙмәтенең дежур бүлексәһе: 8 (347) 273-56-40.