Һәр кем хоҡуғын файҙаланырға теләй30.05.2012
Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов һәм төбәктең баш медик-санитар экспертиза бюроһы етәксеһе урынбаҫары Роза Баҡыева Федоровка районына эш сәфәре барышында халыҡты шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итте. Осрашыуға төрлө ауылдарҙан 26 кеше килде.

Социаль торлаҡ программаһына инеү, өй һатып алыу йәки төҙөү өсөн субсидиялар тураһында һорауҙар күп ине. Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән, күп бала тәрбиәләгән бер ҡатын “Әсәлек даны” миҙалын юллау мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡайһы бер сәбәптәргә бәйле наградаға дәғүә итә алмай икән. Оло йәштәге ҡатынға инвалидлыҡ биреүгә ҡағылышлы мөрәжәғәткә лә яуап ыңғай булманы, сөнки ул бығаса бер тапҡыр ҙа дауаханаға мөрәжәғәт итмәгән, стационарҙа дауаланмаған. Ғөмүмән, инвалидтарҙың һорауҙары күп йыйылған. Чернобылдәге фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир пенсияға өҫтәмә түләүҙәр хаҡында мәғлүмәт алды. Һуғышта һәләк булғандарҙың балаларына льготалар биреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Власть вәкилдәренең һүҙҙәренсә, федераль кимәлдә был мәсьәлә күптән инде өйрәнелә.
Дедов приютындағы шәфҡәт туташтары хеҙмәт хаҡы күләмен билдәләү тәртибе тураһында һорашты, шул уҡ ауылдан берәү мәжбүри күсеп килеүсе булараҡ дәүләт ярҙамын алыу юлдарын белеште. Һуғыш ветеранының тол ҡатынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе министрҙың шәхси контроленә алынасаҡ, сөнки инәй ҡаты ауырый һәм уңайлы шарттарға мохтаж.
Махсус ғәскәрҙә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан бер ир Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмовтан үҙ категорияһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе буйынса белешмә алды. Һуғыш ветеранына транспорт биреүҙәрен һорап та мөрәжәғәт иттеләр.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА.


Вернуться назад