Былтыр йәйгеһен Асҡын һәм Ҡариҙел райондары хәрби комиссариатынан әрме сафын тулыландырған Венер Әсләмов бәләгә тарыған, әле ул – Санкт-Петербург ҡалаһындағы Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының нейрохирургия клиникаһында йәшәү өсөн көрәшә.
Абхаз Республикаһының Цебельда ауылы эргәһендәге текә тауҙар араһынан һалынған тар ғына юлдан хәрби техника колоннаһы китеп барғанда, шуларҙың береһе – ауыр "БТР-80" машинаһы 40 метр бейеклектән упҡынға оса. Өс һалдат шунда уҡ йән бирә, ә Асҡын районының Асҡын ауылы егете Венер һәм уның хеҙмәттәше, ауыр йәрәхәттәр алыу сәбәпле, иҫен юғалта.
Ҡанһыраған яралыларҙы тәүҙә Дондағы Ростов ҡалаһына алып киләләр, унан илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһына ебәрәләр. Табиптар әйтеүенсә, Венерға күп һәм ҡатмарлы операциялар үткәрергә тура киләсәк һәм оҙайлы реабилитация кәрәк. Бөгөн уны бер туған ағаһы ҡарай, ошо көндәрҙә атаһы менән әсәһе лә ғәзиз улдары янына юлланасаҡ.