Балалар… тимрәү йоҡторған23.01.2019
Өфө ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында 18 тимрәү йоҡтороу осрағы асыҡланған. “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сирле балалар бер урында түгел, ә төрлө мәғариф учреждениеларында теркәлгән.

Әйтеүҙәренсә, ауырыу күмәк характерға эйә түгел. Былтыр Өфөлә тимрәү менән 665 кеше сирләгән. Был иһә, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 10 процентҡа кәмерәк. Ауырыған балалар йөрөгән ойошмаларҙа дизенфекция үткәрелгән. 30 көн дауамында кабинетта уҡытыу тыйылған.






Вернуться назад