Етем фатирлы булды23.01.2019
Етем фатирлы булдыЙәрмәкәй районы прокуратураһы етем ҡыҙҙың торлаҡ хоҡуғын яҡланы. Ул бала саҡта уҡ ата-әсәһеҙ һәм өләсәһе тарафынан тәрбиәләнгән. 2017 йылда, бәлиғ булыу йәшенә еткәс, ҡыҙ социаль яллау килешеүе буйынса торлаҡ менән сираттан тыш тәьмин ителергә тейеш булған. Былтыр иһә тикшереү барышында асыҡланғанса, уның үҙ торлағы булмаған, өҫтәүенә, балаһы тыуған. Яңғыҙ әсә туғандарында йәшәгән.

Прокуратура судҡа мөрәжәғәт итеп, урындағы етәкселеккә Йәрмәкәй ауылынан уға фатир биреү бурысын йөкмәткән.




Вернуться назад