Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән “Росмолодежь” тейешле закон проектын әҙерләне. Министрлыҡ интернет селтәренән балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына янарлыҡ мәғлүмәттәрҙе эҙләүгә 628 миллион һум аҡса йүнәлтәсәк.
Дәүләт аҡсаһы ошо эште башҡарыу өсөн Йәштәр мөхитен өйрәнеү һәм уға селтәр мониторингы үткәреү үҙәгенә тапшырыла. Ойошмаға интернет аша балалар һәм үҫмерҙәр араһында таратылған хәүефле мәғлүмәттәрҙе, йәмғиәткә ҡаршы күренештәрҙе асыҡлау бурысы йөкмәтелә.