“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”23.01.2019
Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул фольклор төркөмө ойошторҙо, һүрәттәренең күргәҙмәһе ҙур тантана менән үтте, милли сараларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашты. Шунан бер мәл ул юғалып ҡалған һымаҡ булды. Тик күңелдән урғылған тойғолар, зиһенде айҡаған милли фекерҙәр эҙһеҙ юғала буламы һуң? Юҡ, әлбиттә! Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә “Аҡ тирмә” фольклор төркөмөн ойоштороп, ул мәҙәни, ижтимағи сараларҙа әүҙем ҡатнаша башланы. Тора-бара был төркөм халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тыуған еренән ситтә һәләк булғандарҙың исемдәрен барлау эшен дә үҙ иңенә алды. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, уларға ҡарап башҡорт халҡының тәрән асылы, милли ғорурлығы, гүзәллеге хаҡында фекер йөрөттөләр. Электән бер-беребеҙҙе белмәһәк тә, Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙының рухи ҡаһарманлығы, милләтебеҙгә һәр даим хеҙмәт итергә әҙер тороуына битараф булып булмай.

– Кем ул бар донъяны таң ҡалды­рып, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын таратҡан ҡатын?
– Был һорау минең турала түгелдер, тип ҡаушап ҡалдым. Улай матур һүҙҙәрҙе беренсегә ишетеүем. Ҙурлауығыҙға рәх­мәт, әммә үҙемә ҡарата тулыһынса ҡа­бул итә алмайым. Ә бына “Аҡ тирмә” исеменә бәйле йылы һүҙҙәрҙе йыш ише­тәм, шатмын. “Аҡ тирмә” – күмәк кеше­ләр­ҙең уртаҡ емеше. Ошо төркөмдөң идея һәм художество етәксеһе булыуыма шатмын, эштәребеҙ менән ғорурланам, әммә, бер минең генә эшем, тип әйтергә ха­ҡым юҡ. Икенсенән, халыҡ ижадын, тарихын өйрәнеп, башҡа халыҡтарға таратыуҙы һәр башҡорттоң төп бурысы тип ҡарайым. Кемдең ҡулынан нисек ки­лә, шулай тырышырға тейеш. Милли бай­лығыбыҙ, тарихыбыҙ серҙәрен әсә кеше — балаларына, уҡытыусы — уҡыу­сы­ларына, ә ижад кешеләре башҡа ха­лыҡтарға еткерергә бурыслы. Хәҙер күп кеше шундай фекерҙә, беләм, сөнки интернет селтәрендә халыҡ менән тығыҙ бәйләнештәмен. Уй-фекерҙәрем күп әүҙемселәрҙеке менән уртаҡ. Үҙемдең ошо юлға нисек килеүем, ни өсөн халҡы­ма хеҙмәт итеү ғүмеремдең маҡсатына әйләнеүе тураһында аҙаҡҡы ваҡыттарҙа йыш уйланам.

Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында күмәк балалы ғаиләлә тыуып, бә­ләкәйҙән матурлыҡҡа, юғары маҡ­сат­тар­ға ынтылып үҫкән ябай ауыл ҡы­ҙы­мын. Әсәйем ғүмере буйы, бер-бере­геҙ­гә ярҙам итегеҙ, бер-берегеҙгә терәк бу­лығыҙ, тип теләне. Намыҫлы булығыҙ, тик тураһын, дөрөҫөн һөйләгеҙ, ғәҙел юл­да йөрөгөҙ, эшләп йәшәгеҙ, тип өйрәтте.

Стәрлетамаҡта Ленин исемендәге интернатта уҡығанда ла шундай уҡ тәрбиә бирҙеләр. Әле булһа класс етәксебеҙ, икенсе әсәй урынында булған Тәнзилә Баттал ҡыҙы Байғотлинаға тормош һа­баҡтары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Уның һымаҡ һөнәренә тоғро, тырыш һәм талапсан уҡытыусыларҙы башҡа бер ҡасан да осратманым. Ул ваҡыттағы тәр­биә, идеология ҡанундарын үҙемә бик яҡын алғанмын һәм шуларға һаман да тоғро ҡалам. Миндә ғәҙеллек, ситлә­телгән кешеләргә ярҙам итеү тойғоһо бик көслө. Йыш ҡына ҡыйырһы­тылған­дарҙы яҡлап көрмәкләшергә лә тура килде. Көслө ма­лайҙарҙы ла еңә торғайным. Бәләкәйҙән телевизорҙан, кинонан күргән матур тормош менән ауылдағы ауыр көнкүреште са­ғыштырып, ниңә бар халыҡ та бер тигеҙ йәшәмәй, тип борсола инем. Муллыҡта көн күргән кешеләргә күҙем ҡыҙа ине, үҫһәм мин дә шулар һымаҡ булырға тейешмен, тип сәмләнә инем.

Ҡалала күбеһенсә урыҫ халҡы йәшәй ине, уларҙың йәшәйешен ауылдыҡы ме­нән сағыштырып, ҡайһылай рәхәт: мал ҡарамайҙар, утын яғып, мейестә икмәк һалмайҙар, тип аптырай инем. Беҙҙән көлгән ҡала балаларына нәфрә­тем ныҡ ине. Ниңәлер бар ерҙә лә түбән­һетеүҙе, кәмһетеүҙе тойҙом һәм бөтөн аңым-йә­нем менән ҡаршылашып, бирешмәй үҫтем.

IХ-Х кластарҙы Ҡабыҡҡыуыш ауылы мәктәбендә тамамларға тура килде. Мин килгәндә аламалар рәтендә йөрөгән класыбыҙ төрлө ярыштарҙа еңеп, алдын­ғылар иҫәбенә сыҡты, көн дә дәрестәрҙән һуң тороп ҡалып, конкурстарға әҙерләнә торғайныҡ. Иҫемдә, бер тапҡыр линейкала ул ваҡыттағы директор Нурғәли Собханғолов һүгенгән малайҙарҙы “Һеҙ бит урыҫ көтөүселәре түгел” тип әрләне. Ниңәлер тап шул һүҙҙәрҙән һуң халҡым өсөн миндә беренсе тапҡыр ғорурлыҡ сатҡылары уянды.

Мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстанға апа­йым янына йәшәргә барырға булдым. Илдәге милләт-ара ҙур үҙгәрештәр баш­ланған ерҙә иң болғансыҡ мәлдә ете йыл йәшәргә тура килде. Иң матур сағым, йәшлегем, төрлө халыҡтар менән дуҫ­ла­шып, аралашып йәшәү үҙаңымды, донъяға ҡарашымды бөтөнләй үҙгәртте. Шунда аңламаған бик күп һорау­ҙарыма яуап алып, халҡыбыҙҙың матур яҙ­мышы тик үҙе­беҙҙең ҡулда ти­гән ышаныс ны­ғынды, маҡсатыма әүе­релде. Һу­ңынан йыш ҡына ”Ҡайҙан килеп сыҡтың һин, шундай көслө башҡорт?” ти­гән һорауҙарына, көлөп, “Ҡаҙаҡ дала­ларында сыныҡтым” тип яуап бирә инем.

– Башҡортостандағы ижадың хаҡында ла һөйлә әле?
– Бәләкәйҙән рәсемдәремде күргән ололарҙан “Һин мотлаҡ рәссам булырға тейешһең” тигәнде ишетеп үҫкәс, башҡа һөнәр һайлау тураһында уйламаным. Шул уҡ ваҡытта гел тиҫтерҙәрем ара­һында үҙем уйлап сығарып, төрлө уйын, ярыштар ойоштороп йөрөүем хәтеремдә. Ҡарағанданың педагогия институтының художество-графика факультетына кереп, уҡып бөтөргәнсе комсорг булып, һәр бер байрамға үҙем яҙған сцена­рийҙар менән матур, күңелле саралар ойошторҙом. Шул ваҡыттарҙа уҡ үҙем­дең шәхси һынлы сәнғәт күргәҙ­мә­ләремде ойоштора башланым. 1989 йылда институтты тамамлап, Стәрлетамаҡҡа художество мәктәбенә ҡайттым. Тик алдан һөйләшелгән, мин эшләргә тейешле урындың буш булмауы асыҡланды. Бер рәссам “Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына рәссам-педагог кәрәк” тип, шунда барырға кәңәш бирҙе. Ошо мәлдә яҙмышымдың киләсәге бөтөнләй көтөлмәгәнсә хәл ителде.

Үҙем кисәге студент һәм ауылдан килгән талантлы башҡорт йәштәре менән бөтә күңелемде биреп, янып эшләгән йылдар ул. 1990-1991 йылдарҙа “Аманат” йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында Башҡорт йәштәре иттифағын төҙөп, халҡыбыҙ киләсәге өсөн арыу ғына эштәр башҡарып, Стәрлетамаҡта уҡыған әүҙем йәштәр, яҙыусылар менән ҡайнап йәшәргә насип булды. Республикала беренсе башлап Зәки Вәлидиҙең 100 йыллыҡ юбилейын ойоштороуыбыҙ, уның портреттарын табып таратыу беҙҙән башланды. Шул йылдарҙа Эльмира Сәсән­баева, Фаяз Йомағужин, Хәмит Ирғәлин, мәрхүмдәр Вил Ғүмәров, Ғилман Ишкинин кеүек күренекле шәхестәр менән дуҫла­шыуыма ғорурмын. Ҡайһы бер дуҫтарым менән әле лә аралашам. Былтыр Әхәт Сә­лихов Төркиәлә Истанбул универ­си­теты майҙанындағы Зәки Вәлиди һәйкәле янында уның ҡыҙы Иҫәнбикә менән осрашыуҙы ойошторорға ҙур ярҙам күрһәтте. Ғөмүмән, ихласлығы өсөн уға ҙур рәхмәт.

Кейәүгә сыҡтым, ике ҡыҙым тыуҙы. 1996 йылда Стәр­ле­­тамаҡ мә­ҙәни-ағартыу училищеһы тех­никумға әйләнеп, халыҡ ижады өсөн махсус дәрестәр бүлеп, яңы уҡыу про­грам­маһына кереткәйнеләр. Китапха­наларҙа урыҫ, башҡорт халыҡ ижадын үҙаллы үҙләштереп, студент­тарҙы уның серҙә­ренә, шулай уҡ заманса байрам, концерт, фес­тивалдәрҙе ойошторорға өйрәтә башланым.

1999 йылда, ғәмәли белем етмәгән­лектән, икенсенән, башҡорт үҙешмәкәр ойошмалары булмағанлыҡтан, Стәрле­тамаҡ ҡала мәҙәниәт йортонда фольклор төркөмөн ойошторҙом. Дүрт йыл эсендә “Ҡомартҡы” фольклор коллективының таланттары менән 12 йоланы тергеҙеп сәхнәләштерҙек. “Халыҡ ансамбле” исемен алып, этнографик музей булдырып, матур эштәр башҡарҙыҡ. Булмағанды бар итеп, костюм, биҙәүестәрҙе үҙемә тегергә тура килде. Өфөлә аспирантураға кергәндә милли кейемдәр буйынса алған белем бик кәрәк булды.

Илдәге үҙгәрештәр, дефолт ваҡыты — барыһы өсөн дә иң ауыр ваҡыттар: иптәшем шөғөл таба алманы, үҙемә бер юлы ике-өс эштә йөрөргә тура килде. Ижад ҡайғыһы булмаһа ла, 2002 йылда “Урал” галереяһында 25-ләп (живопись) картинанан торған шәхси күргәҙмәмде ойоштора алдым. Данир Ғәйнуллин ул ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәге директоры ине, ярҙам итеп ебәрҙе, ҙур рәхмәт уға.
Күренекле рәссамдарҙың миңә бик ҙур ижади юлдарҙы күрәҙәселек итеүе ниңәлер бик ҡанатландырманы. Күңелдә һаман да “Ошо ауыр­лыҡтар­ҙан нисек ҡотолорға?” тигән уйҙар өҫтөнлөк итә ине. Ул ваҡытта уҡ балаларыма юғары белем биреп булмаҫ, тип борсола башланым. Картиналар яҙып ҡына тормошто үҙгәртеп булһа икән ул?!.

– “Ҡомартҡы”ның дауамы тип әйтеп буламы “Аҡ тирмә”не?
– Дөрөҫ, бөгөнгө “Аҡ тирмә” төркөмөн “Ҡомартҡы”ның дауамы тип әйтеп була. Төрлө ерҙә, төрлө ваҡытта һәм ҡиәфәттә булыуҙарына ҡарамаҫтан, икеһе лә — бер үк маҡсаттар менән, рухи яҡтан көслө, юҡтан ғына йыйылып, тиҙ арала бейек еңеүҙәргә күтәрелгән сағыу төркөмдәр.
“Ҡомартҡы” төркөмө ул ваҡытта Стәр­ле­лә йәшәгән күренекле, легендар Хәлил Ишбирҙиндең Бейеү театры булған ерҙә, башҡорт театры, филармония ойошҡан саҡта үҙешмәкәр таланттарҙы берләш­тергән, йолалар күрһәтеү буйынса үҙенсәлекле бер ойошма ине.

“Аҡ тирмә” фольклор төркөмө мегаполиста бөтөнләй етем, күбеһе өсөн көт­мәгәндә бар халыҡты хайран ҡалдырып, ҡапыл барлыҡҡа килде. Мин уны, алдан уйланылғанса, башҡорт мәҙәниәтен Мәскәүҙә йәшәгән башҡа халыҡтарға күрһәтеү формаһы, ысулы итеп ҡарайым. Шул уҡ ваҡытта бында йәшәгән, эшкә килгән милләттәштәребеҙ күп миллиондар араһында таралып юҡҡа сыҡмаһын өсөн бер өлгө, маяҡ итеп күҙаллайым.

“Ҡомартҡы”ның дауамы “Аҡ тирмә” тип әйтергә тағы бер дәлил –“Әруахтар һамағы” ижади әҫәребеҙ. 1995 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән, бөтөн көсөн, бар ғүмерен халҡыбыҙға бағыш­лаған шағирә Эльмира Сәсән­ба­ева үҙенең ижад емешен тап шулай атай. 2004 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы исеменән “Ҡомартҡы” фольклор төркөмө менән ошо һамаҡты гимн итеп алып, беренсе Салауат йыйынына барып, фольклор төркөмдәре конкурсында еңеү яулап ҡайтҡайныҡ.

Ул йырҙы юл буйы барғанда ла, ҡайт­ҡанда ла бер туҡтауһыҙ йырлап-рухланып йөрөүебеҙ хәтерҙә. Шунан һуң миңә “Ҡомартҡы”нан китергә тура килде. 10 йыл буйы ошо йыр-һамаҡ күңелемдән сыҡманы, матурлап башҡорт халҡына еткерә алмауым тынғы бирмәне.
Ә хәҙер был һамаҡ “Аҡ тирмә” төркө­мөнөң яратҡан гимнына, визит карточка­һына әйләнде. Республикабыҙ­ҙың 100 йыллығына арнап, былтыр яҙ Төркиәлә, бөйөк Әхмәтзәки Вәлиди йөрөгән ерҙәрҙә был һамаҡҡа видеоклип төшөрөргә насип булды.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, көтмәгәндә был йы­рыбыҙҙы бар халыҡ яратып ҡабул итте. Аңламаһалар ҙа, урыҫтар ярата, йәш­тәргә оҡшай. Һәр ерҙә лә сара­ларыбыҙҙы, концерттарыбыҙҙы “Әруах­тар һамағы” менән тамамлайбыҙ. Быйыл­ғы планлаштырған ҙур сараларҙа был сығышыбыҙ, иң рухлыһы булараҡ, һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Был оранға үҙен баш­ҡорт тип һанаған һәр бер кеше битараф ҡалмаҫ тип ышанып, тырышып башҡар­ған эшем, сөнки ҡасандыр ерҙәрен яттарға бирмәй яуҙа баштарын һалған ата-бабаларыбыҙ, илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн йәнен биргән бөйөк шәхестәребеҙ әруахтарының бөгөнгө заман башҡорттарына арнаған өндәүе был!

Ошо ҙур эште Мәскәү сәхнәләренә сығара алыуыма бик шатмын, шағирә Эльмира Сәсәнбаеваға, музыкант Марат Зәйнетдиновҡа ҙур рәхмәт. Шулай уҡ беҙгә ярҙам иткән һәр милләттәшебеҙгә, башҡа халыҡ вәкилдәренә, бындағы дуҫтарыбыҙға ла.
– Ә картиналарың ни хәлдә?

– Бар булмышым шул йәмәғәт эш­тәренә йүнәлтелгән, хатта ғаиләм, ту­ғандар, шәхси тормошом аҙаҡҡы урында. Үкенескә ҡаршы, башҡа шөғөлдәремә ваҡытым бөтөнләй ҡалмай. Минеңсә, эште бар донъяңды онотоп, күңелеңде биреп, еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Бер ҡасан да көндәр буйы картиналар яҙып ултырырға ваҡытым етмәне, шуға арлы-бирле эшләнелгәндәренең кимәле­нән бер ҡасан да ҡәнәғәт булманым. Ты­рышһам, нисек булдыра алырымды бе­лә тороп, илке-һалҡы итеп бөтөнләй эш­лә­мәҫкә кәрәк, тигән һығымтаға килдем.

Әммә күренекле шәхес, рәссам Әхмәт Лотфуллиндың “Урал” галереяһына ми­нең күргәҙмәгә килеүе, уның “Әсә” тигән портретымды үҙ итеүе минең өсөн үҙе бер бәхет, яҡты иҫтәлек булып ҡалды. Шуныһы ҡыҙыҡ, әсәйем үҙен һүрәтлә­гәнде бөтөнләй теләмәгәйне. Ҡул эшенә тотонған ваҡытында ҡабаланып бер ултырыуҙа ғына эшләнгән портрет. Ә шәхесебеҙ уға юғары баһа биргәйне...

Әлеге ваҡытта 45-ләп элекке ижади эшем төрлө ерҙә, күбеһе Стәрлебаш районының мәҙәниәт йортонда һаҡлана. Яңы эштәрем бик аҙ, күпселеге исем өсөн генә төшөрөлгән. Картиналар яҙып, шәхси күргәҙмәләр ойоштороу еңел тү­гел, әлбиттә, шулай ҙа был һөнәрҙе мин күберәк үҙең өсөн, бәлки, һәләтең менән маҡтаныу, хатта эгоизм тип ҡарайым. Әлегә үҙемде тик мольберт янында яңғыҙ ултырыуымды күҙ алдына килтерә алмайым, һуңға ҡалдыра барам. Бар көсөм­дө Мәскәүҙә башҡорт мәҙәни үҙеген бул­дырыуға бирәм, шул өлкәлә ҡулымдан килерлек башҡа эштәрҙе башҡарам.

– Мәркәз булһа ла, Мәскәүгә баш­ҡорт­лоғоңдо ла танытырға кәрәк бит әле?
– Мәскәүгә иң ауыр ваҡытымда – 2004 йылда уйламаған ерҙән килеп эләктем, яйлап бер-бер артлы ҡыҙҙарымды күсереп алдым. Улар башҡаларҙан кәм булмаһын, белем алһын тип ең һыҙға­нып төрлө ерҙәрҙә ал-ял белмәй эшлә­нем. Татар мәктәбендә ял көндәрендә эшләй инем, һуңынан бөтөнләйгә күстем. Улар­ҙың шул тиклем берҙәм, әүҙем, уртаҡ милли идея менән эшләүе әле булһа хайран ҡалдыра. Үҙебеҙ менән уларҙы сағыштырып, башҡорттарҙы Мәскәүҙә белмәүҙәренә йә беҙгә ҡарата ялған ҡарашта булыуҙарына бик ғәрләнә инем. Яйлап заманалар үҙгәрҙе. Башҡорттар менән осраша башланым, бында йылдан-йыл күбәйеүебеҙ, берҙән, шат­ландырҙы, икенсенән, ҡайһы берәүҙә­ренең үҙ милләтенә ҡарата битараф булыуы бошондорҙо. Булған ойошма­ларҙың һүлпән эшмәкәрлеген күреп борсолдом. Йәштәр үҙ-ара аралаша, әммә ололарҙы ойоштороусы бик юҡ ине.

Шуныһы ҡыҙыҡ, Мәскәүҙә бар милләт халыҡтары ла үҙҙәрен бик ышаныслы һәм иркен тота. Урамдарҙа йыш ҡына милли кейемдәрҙә ғорур йөрөгәндәрҙе осратырға тура килә. Ә халыҡ-ара байрамдарҙа кемдең кем икәнен, һәр ха­лыҡтың бәҫен, рухи, матди кимәлен асыҡ күреп була. Бер-береһе менән нисек берҙәм булыуҙары, бай милли кейемдәре, профес­сиональ ансамблдәрен кем­уҙар­ҙан тырышып күрһәтеүҙәренә иҫ китәрлек! Ә улар араһында башҡорттарҙың булмауы бигерәк үкенесле ине. Беҙ уларҙан бер еребеҙ менән дә кәм түгелбеҙ, тик бай халыҡ ижадыбыҙҙы матур итеп күрһәтеү генә етмәй. Шул мәсьәләләрҙе беҙ, “аҡ тирмәләр”, әлегә үҙ өҫтөбөҙгә алып, инде биш йыл тигәндәй тырышып, әүҙем эш алып барабыҙ. Әлбиттә, профессиональ кимәлдә үҫешкән “Алтынай” бейеү ансамбле, “Заман” этно-төркөмө лә үҙ өлкәләрендә ҙур эш башҡара. “Илһам” театры бик әүҙем эшләп килә. “Шоңҡар” бейеү студияһы барлыҡҡа килде. Тик Мәскәүҙә 12 меңдән ашыу башҡорт өсөн был төркөмдәр бик аҙ. Тағы ла шуныһын күҙ уңынан сығарырға ярамай: ижад емештәренең, ойошторған сараларҙың сифаты бик юғары кимәлдә булырға тейеш, сөнки шуларҙы ҡарап милләтебеҙгә баһа бирәсәктәр. Шуны ла әйтер инем: аҙаҡҡы йылдарҙа беҙ ойошторған сараларҙа ҡатнашып, ярҙам итергә теләгән артистарыбыҙ, яҙыусы­ларыбыҙ һаны күбәйҙе. Был яңы ижади бәйләнеш Мәскәү башҡорттары тормошо өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, күренекле ижад кешеләренең беҙҙең үҙаллы, үҙ көсө менән тырышып эшләп килгән әүҙемселәргә, етәкселәргә ҙур рухи ярҙамы, сөнки Өфөләге мәҙәниәт, йәмәғәтселек менән бәйләнеш тоторға тейешле кешеләребеҙҙең беҙгә әлегә иғтибары етеңкерәмәй. Икенсенән, күре­некле ижад кешеләребеҙ үҙҙәре лә Мәс­кәүгә килеп, алып барған эштәре менән таныштыра. Яҙыусыларҙан Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Таңсулпан Ға­ри­поваларға, йырсыларҙан Ирек Ноғомановҡа, Илдар Жамаловҡа бик ҙур рәхмәт!

Мәскәү башҡорттарына былтыр көҙ тағы бер ҙур талант эйәһе, халыҡ йәнле күренекле ҡурайсыбыҙ Азат Биксурин килеп ҡушылды. Күҙ теймәһен, уға һоҡ­ланып туя алмайым. Ал-ял белмәй, ҡайҙа саҡыралар, шунда уйнай, бер әйтеү менән килеп, былай ҙа матур сығыш­та­рыбыҙҙы юғары профессиональ кимәлгә күтәреп ҡуя. Башҡортостан автономия­һы­ның 100 йыллығы алдынан ул — беҙ­ҙең өсөн үҙе көтөлмәгән бер ҙур бүләк!
Ә, алда әйткәнемсә, ысын ижад кеше­һе аҡса өсөн эшләмәй, Аллаһ биргән таланты өсөн аҡса һорарға ла ғорурлығы етмәй. Ә хәҙерге заманда кем үҙе теләп, үҙе белеп түләй һорамағанға? Кем уның эшен баһаларға ярҙам итер? Ә бит уның да ғаиләһе бар, балаларын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк!
Түрәләргә, депутаттарға хаттар яҙа-яҙа, һорай-һорай ялҡтым инде. Халҡы­быҙ һәр ерҙә лә матур йәшәһен тип, бул­һын тип тырышыуҙарым, әүҙем­селәрҙең тырышыуы бушҡа булмаҫ, тип ышанғым килә.

– Нисек йәшәй Мәскәү башҡорто?
– Тырыштар, матурҙар, төрлө ерҙәрҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшәләр. Уҡыу йорттарында, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә. Эш таба алмай, уҡый алмай ҡабат ҡайтып китеүселәрҙе йә кеше көлдөрөп, алама юлға тайпылып йөрөгәндәрҙе ишеткәнем юҡ. Балыҡ – тәрәнде, кеше еңелде эҙләй тигәнсә, һәр кем үҙенең юлын үҙе таба. Мәскәү, әлбиттә, кешегә, бигерәк тә йәштәргә үҫешкә киң мөм­кинлектәр бирә. Мин үҙем дә, ҡыҙҙарым да килгәс тә был ҡаланы бик яҡын иттек, ниндәйҙер иреклек тойҙоҡ. Ни тиһәң дә, Рәсәй – илебеҙ, ә Мәскәү – баш ҡалабыҙ.

Әлбиттә, аҡса бында һауанан яуып тормай, күбеһенсә бындағы эш хаҡын бишләтә арттырып һөйләйҙәр. Кемгәлер, бәлки, бәхетенән яҡшы урынға урын­лашырға тура килгәндер, бигерәк тә йәш, үткер белгестәргә. Өлкән, уртаса йәштәгеләргә эшкә урынлашыуы бик еңелдән түгел, ауыр эштәрҙе башҡар­ған­дары күп. Етмәһә, торлаҡ өсөн тү­ләргә, юл хаҡы ҡыйбат, аҙыҡ һ.б. сифат­тары насар булһа ла бик ҡиммәт тора. Күршенең һыйыры һөтлө була, тигәндәй, минең өсөн, мәҫәлән, киреһен­сә, ябай халыҡ Башҡортостанда күпкә етеш, бай йәшәй. Ә экология тураһында һүҙ ҙә юҡ, ер менән күк араһындай айырма.

Беҙҙең “Аҡ тирмә”лә күбеһе — пенсия алдынан балаларына белем бирергә, торлаҡ алырға ярҙам итергә тип эшкә килгән яңғыҙ ҡатындар. Байтағы пенсияға сыҡҡас, йә ­, йә әсәләрен ҡарарға кире тыуған ерҙәренә ҡайтып китә, ә улар урынына яңылар килә. Кемгә бында оҡшай, нисектер тороп ҡалырға яйын эҙләй. Башҡорттар тарҡау тип әйт­һәм дә, беҙ барыбыҙ ҙа интернет селтә­рендә төрлө ойошма төркөм­дәрендә бер­гә тупланғанбыҙ. Башҡортос­таныбыҙҙың һулышын тоябыҙ, тимәк, бергә йәшәйбеҙ. Һәр бер сара, ҡайҙа нимә була, күрһә­те­леп бара. Беҙҙең сараларға килә алма­һалар ҙа, күбеһе белә, йәндәре менән бергәләрҙер, тип уйлайым. Әлегә йәмәғәт эштәрен ойоштороусыларға бик еңелдән булмаһа ла, киләсәктә, Аллаһ бирһә, бер ҙур ойошмабыҙ, үҙ бинабыҙ булыр, эштәр яйланыр, тип ышанам.
– Сит илдәрҙә башҡортто иң тәүҙә нимә аша таныйҙар? Ғөмүмән, таныйҙармы?

– Танымайҙар. Рәсәйҙә лә бик таны­майҙар, әммә беҙҙе милли кейемдәрҙә күреү менән ихлас килеп һораша баш­лай­ҙар, ғорур яуап бирәбеҙ. Бик ҡыҙыҡ­һы­налар, беҙҙең сығыштарҙы ҡарап, оҡша­талар. Телегеҙҙе аңламаһаҡ та, шул тиклем оҡшанығыҙ, тип рәхмәт әйт­кән­дәре бар. Беҙҙең башҡорттарыбыҙ, тип саралар ойоштороусылар ҙа яратып саҡыра. Йыш ҡына беҙҙе “Байрамы­быҙҙың би­ҙәге” тип йөрөтәләр. Был дәртлән­дереүҙәрҙе халҡыбыҙҙың ҡаҙанышы тип ҡабул итәбеҙ.

Башҡорт халҡын, тарихын өйрәнеп белгәндәре һирәк осрай, ундайҙар туған­дарын осратҡандай хөрмәт итә. Беҙ бул­ған Латвия, Эстония, Карелия, Төркиәлә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙан тыш, сит кешеләр менән танышып аралаштыҡ. Беҙҙең Салауат Юлаев, Зәки Вәлидиҙе сит илдәрҙә Рәсәйгә ҡарағанда нығыраҡ ихтирам итәләр. Улар — халҡыбыҙҙың бер ҡасан да һүнмәҫ яҡты йондоҙҙары.
– Халҡыбыҙҙы донъяға киңерәк танытыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

– Барыбыҙға ла уянырға, төрлө кимәл­дәге, төрлө һөнәр кешеләре бер-бере­беҙ­гә терәк булып, ярҙам итеп, бер маҡ­сат менән тырышып йәшәргә! Теле­беҙҙе, милли байлыҡтарыбыҙҙы, ерҙә­ре­беҙҙе бергәләп тырышып һаҡларға һәм күтә­рергә кәрәк. Һоҡланғыс Башҡорт­ос­таны­быҙ, халҡыбыҙ, тарихыбыҙ, байлы­ғыбыҙ тураһында донъяла барыһы ла бик яҡшы белергә тейеш! Проб­лема­ларҙы бар ерҙә лә белһендәр өсөн, ярҙам һорарға тартынмаҫ кәрәк. Тәкәббер булып, үҙ ситлегебеҙҙә төңөлөп, замандан артта ҡалып юҡҡа сығыуыбыҙ ихтимал.

Сит илдә, сит ҡалаларҙа йәшәгән әүҙем башҡорттарыбыҙға, милләтебеҙгә тоғро булып, ниндәйҙер мәҙәни эштәр башҡарғандарына ҙур рәхмәт. Түҙемлек, көс теләйем! Әлбиттә, республикаға, эшҡыуар милләттәштәребеҙгә улар менән тығыҙ бәйләнештә булырға, матди яҡтан ярҙам итергә кәрәк.

Беҙҙең милләт тураһында ни тиклем күберәк белһәләр, шул тиклем халҡыбыҙ өсөн яҡшы. Шуның өсөн, был респуб­ли­ка­быҙҙың киләсәктә иң ҙур проектта­рының береһе булыр, тип уйлайым. Бер Мәскәүҙән генә алып әйтәм, яҡташта­рыбыҙ төрлө бәләгә тарый, төрлө хәлдәр булғылап тора. Йыш ҡына, аптырап, миңә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәре бар. Торлаҡһыҙ тороп ҡалыусылар йә бер нисә көнгә эш буйынса килеп бүлмә һораусылар йыш була. Интернет, ватсаптағы төркөмдәргә, таныштарға яҙып, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Ике йыл элек ҡапыл ауырып үлеп киткән яҡташыбыҙҙы тыуған еренә оҙатыуҙы ойоштороп, аҡса табып, яҡындарына яр­ҙам итергә тура килде. Әгәр ҙур ҡала­ларҙа, сит илдәрҙә үҙебеҙҙең тәғәйен кешеләребеҙ, диаспоралар бер ойош­маның структура­һында, бер бәйләнештә эшләһә, ерҙәштәребеҙгә күпкә еңелерәк булыр ине. Был йәһәттән әлеге лә баяғы татар халҡынан өлгө алырға була. Сит илдә үткән сараларҙы ойоштороп, килгән делегацияларына ярҙам итеп, бик әүҙем эшләйҙәр.
– Милләтебеҙ асылына бәйле иң ҙур теләгең?
– Тырышайыҡ, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа!
– Башҡортостан тиһәң?..
– Ғүмерем буйы йөрәгем әрнене һәм әрней. Башҡортостан – минең ғорурлы­ғым, шатлығым, күҙ йәштәрем, әрнешем, ғүмерлек ғазабым, һүнмәҫ өмөтөм!
– Һуңғы тапҡыр иң ҡыуанған һәм иң хәүефләнгән мәлең?
– Хәтерләмәйем. Ҡыҙҙарымдың шатлыҡтары өсөн ҡыуанып торам. Мәктәпте яҡшы тамамлап, икеһе лә юғары белем алды, тырышып эшләйҙәр. Ейәнсәрем күңел күтәренкелеге бирә.

Халыҡ алдында матур сығыш­тарыбыҙ­ҙан һуң йыш ҡына ғорурлыҡ кисереп шатланып алам. Әммә, дөйөм алғанда, әлегә ҡыуанырға урын аҙ. Ҡолас йәйеп эшләрлек матди ярҙам юҡ, башҡа халыҡтарҙың милли үҙәктәре кеүек, үҙ бинабыҙ, йыһаздарыбыҙ юҡ.
Бер туҡтауһыҙ хәүефләнәм. Һәр аҙымды, һәр бер эште ҙур хәүеф менән башлайым, һәр уйлаған эшемде бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай еренә еткерергә тырышам. Тик уны, эстән ҡалтыраһаң да, тыштан ялтыра, тигәнсә, берәүгә лә берүк күрһәтергә ярамай. Гел матур булып, ғорур һәм көслө башҡорт ҡатыны булып ҡалырға кәрәк.


Вернуться назад