Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр саҡ ҙур: уны олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп кейә.Ә бына Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы ағинәйҙәре Быйма байрамы ла үткәрҙе. Сара саф һауала, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы төҙөлгән яңы майҙансыҡта ойошторолдо.
Байрамда үҙенсәлекле, йылы һәм уңайлы аяҡ кейеменә дан йырланды, күргәҙмәләр эшләне, быймаға төрлө биҙәк һалыуға маһирҙар оҫталығы менән хайран ҡалдырҙы.
Халыҡ йырланы, бейене, төрлө ярыштарҙа көс һынашты. Байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды улар. Йылы, йомшаҡ быймалар һыуыҡ көндә уларҙың аяҡтарын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытты.