Ауыр йөк ташыһағыҙ — штраф30.05.2012
Быйыл 800 километрҙан ашыу автомобиль юлы, дөйөм оҙонлоғо 680 метр булған күперҙәр төҙөкләндереләсәк, 43 километрлыҡ яңы юл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров ошо хаҡта хәбәр итте.
— Әле 45 мең квадрат метр майҙанға һалҡын асфальт-бетон ҡатнашма, 288 мең квадрат метрға эҫе асфальт түшәлгән, — тине ул. — Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа ремонт үткәрелде, урындағыларында был эш 1 июнгә тамамланасаҡ.
Юл селтәрен тейешле кимәлдә тотоу маҡсатында ауыр йөк ташыу контролдә тотола.
Махсус рөхсәт ҡағыҙы булмай тороп ауыр йөк ташыған өсөн һуңғы ике айҙа 32 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад