Уҡыуы ла күңелле, йәшәүе лә рәхәт.Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә туҡланыу сифатына ныҡлы иғтибар бирелә: кемдер дөрөҫ туҡланыуға күсә, икенселәр тик үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә иғтибарҙы арттыра. Мәғариф һәм медицина учреждениеларында туҡландырыу күптән инде аутсорсинг компанияларына тапшырылған.
Ә бына юғары уҡыу йорттарында был хәл нисек ойошторолған? Әсәләре бешергән тәмле ризыҡҡа күнеккән студенттар белем эстәгәндә аслы-туҡлы йөрөмәйме, үҙҙәре бешереп ашай аламы-юҡмы? Ошо һорауҙарға яуапты Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының төп корпусында урынлашҡан буфетта табырға тырыштыҡ.
Студенттарҙың оҙон тәнәфесе алдынан буфетҡа йүнәлдек. Күҙҙең яуын алып, тәмле еҫе менән күңелдәрҙе ҡытыҡлаған, яңы ғына бешерелгән бөйөрөк, ҡалас, корж, кекс тиһеңме, туҡлыҡлы салат, йылы аш, тәмле бутҡа, компот, төрлө һуттар, бер-бер артлы теҙелеп, үҙ хужаларын көтә. Һәр кем, теләгенә һәм “кеҫәһенә” ҡарап, ҡапҡылап сығыу өсөн ризыҡ ала.
Хәйер, ҡапҡылап сығыу тиһәк, дөрөҫ тә булмаҫ кеүек, сөнки бында арзан хаҡҡа сифатлы, туҡлыҡлы итеп иркенләп ашау мөмкинлеге лә бар. Меню һәр саҡ төрләндерелә, көн һайын бер үк ассортимент тәҡдим ителмәй. Был хаҡта студент халҡы күптән белеп бөткән, шуға көн һайын ошонда йөрөүселәр ҙә осрай. Вәсил (фамилияһын атамауҙарын үтенде – авт.) әйтеүенсә, иртәнсәк ятаҡта ашап та тормай дәрескә килә. Бер пар уҡығандан һуң буфетҡа бара, аҙаҡ төшкөлөккә бөйөрөк йәки йылы, тәмле күмәстәрҙе үҙе менән алып ҡайта. Киске ашты бүлмәлә әҙерләй. Буфетта аш-һыу тәмле, шул уҡ ваҡытта арзан да. “Һәр көн бында туҡланырға тырышам”, — ти студент.
Уның фекеренә иптәштәре лә ҡушылды. “Тәмле”, “сифатлы”, “арзан” — тап ошо һүҙҙәрҙе йыш ишеттек студенттар менән аралашҡанда. Уҡыу йортонда бөтәһе өс буфет эшләй, шуның береһе ятаҡта урынлашҡан. Аҙыҡ-түлек етештереү бүлеге етәксеһе Зөлфиә Йосопова әйтеүенсә, коллективта һигеҙ кеше, һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.
— Бөтәһе 20-нән ашыу икмәк ризығы — бөйөрөк, пицца, ваҡ бәлеш, кекс, самса һәм башҡаларҙы бешерәбеҙ. Меню көн һайын үҙгәреп тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: картуф, кәбеҫтә, бал һәм ит үҙебеҙҙеке. Студенттарҙың 80 проценттан ашыуы беҙҙә туҡлана. Аҙыҡты тәмле, сифатлы бешереү өсөн шарттар тыуҙырылған: аҙыҡ-түлек блоктарының матди-техник базаһы ныҡ. Беренсе ҡатта ризыҡ бешерәбеҙ, махсус лифт менән уларҙы өҫкә оҙатабыҙ. Көндәлек әҙерләнгән аш-һыу тулыһынса һатылып бөтә, — ти Зөлфиә Миңлеғәле ҡыҙы.
Әйткәндәй, уҡыу йортоноң үҙенең “Төйәләҫ” ярҙамсы хужалығы бар. Уның директоры Булат Ғафаров белдереүенсә, бында 80 башҡа яҡын йылҡы үрсетелә. Ошоға тиклем ҡымыҙ етештереү яйға һалынған, әммә һуңғы ваҡытта был кәсеп бер аҙ тотҡарланып ҡалған.
— Быйылдан ҡымыҙ етештереүҙе һәм йәшелсә үҫтереүҙе яйға һалырға ниәт бар. Шулай уҡ хужалыҡтың 15 умартаһы иҫәпләнә, ҡортсолоҡ буйынса ла эште киңәйтеү ҡарала. Айына бер йылҡыны һуйып, уҡыу йортоноң буфетына тапшыралар. Ит үҙебеҙҙеке булғанға күрә, студенттарҙы туҡландырыу мәсьәләһендә проблемалар юҡ. Айына 200-ҙән килограмдан ашыу ит көндәлек рационда ҡулланыла, — ти Булат Илшат улы.
Һәр көн студенттарға йылы, тәмле ризыҡтар бешергән Сөмбөл Рыҫҡужина хаҡында айырым әйтергә кәрәк. Тап уның оҫта ҡулдары туҡлыҡлы тәмлекәстәр әҙерләй, туҡмас киҫә, икмәк бешерә. Бында икмәкте лә үҙҙәре һала. Бөтә ризыҡ өҫтәмәләрһеҙ етештерелә, дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирелә. Ашнаҡсы Лилиә Ғатауллина, буфетсы Альбина Сәлихова ла күптән инде үҙ эшенең оҫталары булып танылған.
Сибай студенттары өсөн уҡыу, көнкүреш шарттары ғына түгел, туҡланыу мәсьәләһе лә юғары кимәлдә ойошторолған. “Уҡыу йорто етәкселеге тарафынан шундай иғтибар булғанда, уҡыуы ла күңелле, йәшәүе лә рәхәт”, — ти йәштәр.