Быйыл төбәктә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата социаль йүнәлештәге 100-ҙән ашыу инфраструктура объекты сафҡа индереләсәк.
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Калинин районында балалар баҡсаһы төҙөлөшө тикшерелде. Был объект Инорс-4 биҫтәһендә һалынған белем биреү үҙәге составына инә. Әле бында әүҙем эш бара: нигеҙ һалынған, төҙөүселәр бинаның каркасын ҡора.
Төҙөлөш майҙансығында эш барышы буйынса фекер алышҡанда шулай уҡ спорт блогы һәм мәктәп һалыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Әйткәндәй, республиканың оло юбилейы айҡанлы, Өфөнөң Калинин районындағы Инорс биҫтәһендә бассейн, Максимовка ҡасабаһында иһә балалар баҡсаһы төҙөлә.