Халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең данлы исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы ил кимәлендә лә яҡшы билдәле. “Киләсәк мәктәбе: Рәсәйҙә хәҙерге заман мәктәбенең проблемалары һәм үҫеш перспективалары” тип аталған Бөтә Рәсәй белем биреү форумында ул “100 иң яҡшы мәктәп” конкурсында еңеүселәрҙең береһе булыуын һөйөнөп ҡабул иткәйнек. Ә гимназия директоры Гөлшат Хөсәйенованың “Йыл директоры” билдәһенә лайыҡ булыуы шатлыҡты йәнә арттырҙы.
Һәр баланың уңышы артында уҡытыусының фиҙакәр хеҙмәте тороуы бәхәсһеҙ. Хәҙерге юғары технологиялар үҫешкән, ҙур үҙгәрештәр кисергән, асыштар заманында уҡыусыға мәктәп дәрестәре генә аҙҙыр ҙа, тарҙыр ҙа кеүек.
Гимназияла балаларға белем биреү, тормошта үҙ юлын табырға ярҙамлашыу менән бергә уларҙың кеше йәнле, башҡаларға ҡарата түҙемле, ярҙамсыл булып үҫеүе өсөн тәүге нигеҙ таштары ла һалына. Эргә-тирәбеҙҙәге сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән һәйбәт, кешелекле мөнәсәбәттәр ҡороу буйынса тәүге һабаҡтарҙы ла үҫмерҙәр ошонда ала. “Изгелек дәрестәре” тип аталған фәһемле саралар оло тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнгән йәш быуын күңелендә тәрән эҙ ҡалдырмай ҡалмаҫ. Мәҫәлән, һуҡыр балалар өсөн Рәсәйҙәге берҙән-бер һәм боронғо уҡыу йорто тураһында документаль фильмды күмәкләп ҡарағандан һуң тыуған тойғоларҙы һөйләп аңлатырлыҡмы ни? Санкт-Петербург ҡалаһындағы К. Грот исемендәге һуҡырҙар мәктәп-интернаты тормошо, ундағы тәрбиәләнеүселәрҙең еңеү шатлыҡтары, үҫеш юлындағы уңыш һәм уңышһыҙлыҡтары хатта өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмай.
Балаларға һөнәри йүнәлеш биреү – һәр педагог коллективының бурысы. Был йәһәттән гимназияла башҡарылған эштәр ҡолас еткеһеҙ. Шуларҙың береһе – уҡыусыларҙың һәләттәрен ваҡытында баһалап һәм үҫтереп, үҙ көстәрен һынарға ярҙам иткән төрлө кимәлдәге олимпиадаларға әҙерләү.
Балаларға сифатлы белем биреүҙең төп бурыстарын сабый күңеленә аҡ нур һуҙған педагогтар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә, гуманитар белем биреү системаһын камиллаштырыуҙа, уҡыусыларҙың тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙә, башҡорт халҡының этномәҙәниәт традицияларын эсенә алған хәҙерге заман белем биреү технологияларын тәьҫирле файҙаланыуҙа күрә. Заман ағышынан ситтә ҡалмауҙың хәҙерге дәүерҙә үтә мөһимлеген гимназия уҡытыусылары яҡшы аңлай. Ә бит аҡыл эйәһенең әйткәне хаҡ: ваҡыт шундай тиҙ үтә, кисә бөйөк ғалим булғандың бөгөн шәкерт булып ҡалыуы ихтимал.
Ата-әсәләрҙең кескәйҙәрен тап ошо гимназия коллективына ҙур ышаныс менән тапшырырға теләүе аңлашыла ла: бында һәр баланы һөнәрле, үҙаллы шәхес итеп күрергә теләгән, үҙ эшен һөйөп башҡарған кешеләр эшләй.