Яңы машина кемдә?22.01.2019
Яңы машина кемдә?Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды.

Учреждение етәксеһе Рәсих Ҡарабандин әйтеүенсә, яңы машина алыҫ юлға йөрөү өсөн файҙаланыласаҡ. Ете урынлыҡ автомобилдең уңайлыҡтары күп: ҙур булыуынан тыш, багажникта махсус һыуытҡыс урынлаштырылған – ҡырҙан махсус температурала һаҡлана торған биопрепараттар алып ҡайтыу өсөн яҡшы.

Яңы автомобиль тәжрибәле водитель Радмир Баймөхәмәтовҡа ышанып тапшырылған.


Вернуться назад