Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл. 20 көнлөк сабыйҙың атай-әсәһенә дин әһеле: "Был бала бәхет килтермәй, насар көскә эйә, бөтә тормошоғоҙҙо боҙмаҫ элек уны юҡ итегеҙ", – тигән әмер бирә.
Әсәнең апаһы ҡыҙҙы быуа янына алып килә лә тереләй күмеп ҡуя. Бәхеткә күрә, уның илаған тауышын осраҡлы китеп барған берәү ишетеп ҡала. Ул өшөгән сабыйҙы ҡаҙып алып, дауаханаға илтә. Хәҙер ҡыҙҙың хәле тотороҡло. Ә уның атаһын, инәһен, дин әһелен ҡулға алғандар. Әсәһе әлегә ҡасып йөрөй.