Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте30.05.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының түбәндәге хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде:
2-се Ишембай нефть һәм газ сығарыу цехының төп геологы Шәрәфетдинова Луиза Билал ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы”; Туймазы нефть һәм газ сығарыу цехы операторы Бикмөхәмәтов Фәнис Рәйеф улына, “Южарлан” нефть һәм газ сығарыу цехы мастеры Симачков Виктор Александровичҡа, “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән мастеры Шәрифйәнов Мөҙәрис Шәриф улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”; “БашНИПИнефть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш белгестәре Лягов Александр Васильевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, Мөлөков Ринат Абдрахман улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы”, план-иҡтисад департаменты директоры урынбаҫары Кириллова Людмила Ивановнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”.

* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрының түбәндәге хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде:
оркестр артистары Кривоногова Татьяна Викторовнаға, Моратова Айгөл Рәйеф ҡыҙына, Табулдина Ирина Дамир ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”; китапхана мөдире Беспалова Римма Нәүиәхмәт ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”.


Вернуться назад