Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй22.01.2019
Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләйБашҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй.

Киң мәғлүмәт сараларында Яңы йылға тиклем үк миграция мәсьәләләре бүлегенең элекке начальнигы Павел Яромчуктың кинәт кенә 20 килограмға ябығыу һәм хәленең насарайыуы тураһында яҙғайнылар. Уның адвокаттары медицина тикшереүе үтһен өсөн Яромчукты һаҡ аҫтынан сығарыуҙы һораны, әммә судья был үтенесте кире ҡаҡты. Әйткәндәй, адвокат Наил Баһауетдинов ирҙең ҡаты сирләүе тураһында БЮТ телеканалына биргән интервьюһында ла әйткәйне. Аныҡ диагноз ҡуйыу өсөн МРТ үтергә кәрәк. Адвокат Яромчукты тәфтиш изоляторынан сығарып, өйҙә бикләп тотоуға рөхсәт һорарға ниәтләй.






Вернуться назад