Автобус ауҙы22.01.2019
Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған.

Автобус Стәрлетамаҡтан Яр Саллыға юлланған. Республика автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, салонда, водителде иҫәпкә алғанда, 13 кеше булған. Бәхеткә күрә, берәү ҙә имгәнмәгән. Пассажирҙар икенсе автобусҡа күсерелгән һәм сәфәрен дауам иткән. Ваҡиға булған ерҙә полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, хәлдең сәбәбе асыҡлана.





Вернуться назад