Яҡташыбыҙ зыян күрҙе22.01.2019
Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника колоннаһы һәләкәткә осраны. Кодори йылғаһы тарлауығына БТР төшөп китте.

Фажиғәлә Асҡын ауылынан яҡташыбыҙ, 23 йәшлек рядовой Венер Әсләмов зыян күрҙе. Ул махсус вертолет менән Сухумға дауаханаға оҙатылды. Әле Венерҙың, шулай уҡ имгәнгән взвод командирының хәле ауыр, тип баһалана. Яҡташыбыҙҙың умыртҡалығы һынған, күкрәк ситлеге йәрәхәтләнгән, баш мейеһенә зыян килгән.

Фажиғәлә өс хәрби хеҙмәткәр һәләк булған. Улар – Силәбенән 22 йәшлек Алексей Аниськин, Краснодар крайынан 21 йәшлек Александр Олейник, Сызрандән 21 йәшлек Максим Романцов.





Вернуться назад