Ҡайһы вазифа күңелеңә яҡын?22.01.2019
Мәктәптәргә өр-яңы ике вазифа индереләсәк, тип хәбәр итә “Известия” гәзите. Өлкән һәм әйҙәүсе уҡытыусының эше нимәнән ғибәрәт һуң?

Өлкән уҡытыусы башҡа коллегаларының эшен ойошторасаҡ, методик яҡтан тәьмин итәсәк. Тик бының өсөн биш йыллыҡ эш тәжрибәһе һәм I йәки юғары квалификация категорияһы булыуы шарт.

Әйҙәүсе уҡытыусы булыу тағы ла ҡатмарлыраҡ — мотлаҡ ун йыл стаж һәм юғары квалификация категорияһы кәрәк. Ә бөтә маҡсат — уҡытыусыларҙың йәш һәм оло быуыны араһындағы бәйләнеште нығытыу.




Вернуться назад