Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар22.01.2019
Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Сибай мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, карьерҙың һәм Яңы Сибайҙағы ер аҫты тау ятҡылыҡтарының бер өлөшөн махсус һыу менән тултырыу күҙаллана. Сара 469 һәм 549 метр тәрәнлектә башҡарыласаҡ. Әҙерләнеү өсөн биш-ете көн самаһы ваҡыт талап ителә. Әйткәндәй, карьерға һыу эндоген процесстар туҡтағанға тиклем тултырыласаҡ.


Вернуться назад