Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан да файҙаланып, кеҫәләрен ҡалынайтырға тырышҡан алдаҡсылар етерлек булып сыҡты.Үҙҙәрен газ хеҙмәте белгестәре тип күрһәтеп, йорттар буйлап йөрөп, һис бер кәрәкмәгән агрегаттарҙы бер нисә меңгә һатып йөрөгән йылғырҙар мутлашыуын дауам итә, “Роспотребнадзор”ға әле алданған халыҡтан ялыуҙар килеүен дауам итә. Бер генә ҡалала булһа икән, был хәл Силәбе, Омск, Пермь артынан башҡа ҡалаларҙа ла фажиғәнән бизнес яһаусылар осрап тора. Беҙҙең ышаныусанлыҡтан, ябайлыҡ һәм кешелеклелектән муттар шулай файҙалана.