Министрҙар “зәңгәр яғыулыҡ” ингән йорттарға газ сигнализацияһы ҡуйыу буйынса баш вата. Аҡса хәтәр күп кәрәк, тиҙәр. Сығымдың 130 миллиардтан 300 миллиард һумға ҡәҙәр етеүсе ихтимал.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәт министры ошо хаҡта Дәүләт Думаһы депутаттары менән дә кәңәшләшкән. Һүҙ счетчик һәм газ анализаторҙарын мотлаҡ йорттарға ҡуйыу тураһында бара.
Бик ҡиммәткә барып баҫасаҡ был эш. Кемдең иңенә төшөр — йәнә халыҡ елкәһенәме? Икенсе вариантты ла күҙ уңынан ысҡындырмау хәйерле — бюджеттан финанслау мөмкинлеге лә бар бит.