Йырсы, композитор, журналист Нурия Абдуллина бер йыл самаһы яман сир менән көрәшә. Былтыр февралдә уға киҫкен миелобласт лейкозы тигән диагноз ҡуйғандар.
Сир тураһында уйламағанда, һыуыҡ тейеп поликлиникаға барғас ҡына белеп ҡала. Гастролдәр менән республика буйлап йөрөп, табипҡа барып күренеүҙе йыш кисектерә ул... Уны шунда уҡ дауаханаға һалалар, йырсының нескә күңелен яраламаҫ өсөн ҡыҙҙары һәм табиптар тәүҙә унан ҡурҡыныс диагнозын йәшерә. Тик йәшерә торған сир түгел шул ул... Тәүге химия терапияны үтә лә ауыр кисерә Нурия Абдуллина. Уҡшытыу, ауыртыныу, хәлһеҙлек, тын етмәү, стоматит... Физик ҡына түгел рухи еңеллек тә теләгән ҡатынға хәҙрәт саҡыртып, Ҡөрьән сүрәләре уҡығас, уға көс килә. Шул саҡта ул ғүмере өсөн көрәшергә ҡарар итә!
Бөгөнгә тиклем ун химия терапияһы үтә ул. Уларҙың һәр береһенән һуң хәле ауырлашһа ла, Аллаһҡа ышаныу, уның тәбиғи оптимизмы, ныҡлы ауыл иммунитеты кире аяҡҡа баҫтыра. Тулыһынса һауығыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн умыртҡалыҡтағы електе күсерегә кәрәк. Уны тикшеренеү һәм дауаланыу өсөн Төркиә клиникаһында көтәләр. Тик әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе. Йырсыға һауығыу өсөн 110000 АҠШ доллары, беҙҙең аҡса менән 7 370 000 һум кәрәк. Әлбиттә, ғаилә өсөн был бик ҙур сумма. Шуға күрә оҙаҡ ваҡыт сирен тамашасыһынан йәшереп, үҙе генә еңергә теләгән Нурия Абдуллина халыҡҡа мөрәжәғәт итергә булды һәм ярҙам һорай.
Ярҙам итергә теләгәндәр 89174944023 номерына бәйләнгән СБЕРБАНК 2202 2006 5121 0450 иҫәбенә аҡса күсерә ала! Яратҡан йырсыбыҙҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ, уға сәләмәт тормош менән йәшәү мөмкинлеге бирәйек, дуҫтар!