Бер көнлөк эш түгел был...30.05.2012
Эйе, ҡыҫҡа ваҡытлы эш түгел. Ә күпме ваҡыт кәрәк коррупцияны еңер өсөн? Йөҙ йылмы? Меңме? Әллә Рәсәй шарттарында уға ҡаршы көрәш ахырзаманға хәтле барырмы? Башҡортостан түрәләре араһында коррупция нисек үҫешкән? Ҡайһы тармаҡтарҙа күберәк ришүәт алалар? Нисә коррупционер тотолдо һәм хөкөм ителде? Кемдәр улар? Көрәш ысынлап та барамы, әллә власть һүҙ бутҡаһы бешереүҙән ары китмәйме?

Башҡортостан прокуроры Сергей Хуртиндың матбуғат конференцияһы алдынан ошондай һорауҙар үҙенән-үҙе тыуҙы. Бүтән төрлөләре лә күп ине, сөнки коррупция – шундай киң таралған күренеш һәм бындай конференцияларҙы көн һайын үткәреп торһаң да һорау менән яуаптарҙың осона ла сығып булмаҫтыр. Ләкин прокурор үҙен ышаныслы һәм тыныс тотто: илдә коррупцияның юғары кимәлдә булыуына шәхсән ул ғәйепле түгел дә баһа... “Ә “ғәйепле”не ул шунда уҡ атаны:
— Беҙҙә халыҡ коррупция күренешенә вайымһыҙ, —тине Сергей Анатольевич. Һүҙҙәрен ҡеүәтләү өсөн ул социологик һорау алыу биргән мәғлүмәтте килтерҙе: аноним яуап ҡайтарған өфөләрҙең 46 проценты үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ришүәт биргән, ә 58 проценты үҙ мәсьәләһен хәл итеү өсөн теләһә ҡасан аҡса “төртөргә” әҙер икән. Ришүәтте иң йыш алыусыларҙан улар табиптарҙы, уҡытыусыларҙы, автоинспекторҙарҙы һәм чиновниктарҙы атаған.
“Һин ни өсөн дерматолог һөнәрен һайланың?” – тип һорағандар икән бер йәш табиптан. “Беренсенән, уны берәү ҙә төнөн ашығыс саҡыртмай, икенсенән, тире ауырыуҙарынан берәү ҙә үлмәй, өсөнсөнән, дауаланың ни ҙә дауаламаның ни – берәү ҙә тулыһынса һауыҡмай”, — тигән уныһы. Коррупцияға ҡаршы көрәш тә беҙҙең илдә шуны хәтерләтә. Уны ҡәһәрләмәгән ҙур түрә йәки сәйәсмән юҡтыр ҙа, моғайын. Тик көрәштең телгә алып һөйләрлек эҙемтәләре генә күренмәй.
Көрәш булғас, ҡорбандары ла барҙыр бит!? Хөрмәтле Президентыбыҙ Владимир Путин әйтмешләй: “Где посадки?”
— Нимәлер эшләргә кәрәк! Етте көтөп ятырға! Коррупция системалы проблемаға әйләнде. Был системалы проблемаға беҙ системалы яуапты ҡаршы ҡуйырға бурыслыбыҙ, — тигәйне былтыр март айында илдең ул саҡтағы Президенты Дмитрий Медведев. Матур яңғырай. Тимәк, “уларҙа” система күптән бар икәнен ил етәкселеге үҙе лә таный, ә дәүләт алдына уға ҡаршы торорлоҡ икенсе бер система булдырыу бурысы ҡуйыла ғына әле.
Был бурыс үтәлмәй тип тә булмай. Коррупцияға ҡаршы милли программа, тағы ла бихисап документтар бар. Отчет кәрәк булһа, рәхим итегеҙ: былтыр Башҡортостанда 1 308 коррупция осрағы теркәлгән, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда был 33 процентҡа күберәк. Һөҙөмтәлә 236 енәйәт эше асылған һәм судҡа ебәрелгән. Быйылғы тәүге өс айҙа 970 коррупция осрағы теркәлгән – үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 147 процентҡа күберәк. Айырым осраҡтар ҙа билдәле: Учалы районынан ауыл хакимиәте башлығы Вахитов ер участкаһы биргән өсөн 200 мең һум ришүәт алғанда тотолған һәм суд уға 8 миллион һум штраф түләтергә ҡарар сығарған; республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Новиков 400 мең һум ришүәт алған өсөн суд ҡарары буйынса 28 миллион һум штраф түләргә бурыслы! Штраф күләме ҡот осҡос ҙур, әлбиттә.
Тап бына шул урында һорауҙар тағы арта төшә. Был кешеләр ни сәбәпле тотолған һәм ни өсөн фәҡәт улар тотолған? Юғарыраҡ түрәләр менән бүлешергә теләмәгәндәрҙер, бәлки? Эргәләрендәге коллегалары йәки туған-тыумасалары, көнләшеп, ошаҡланымы икән? Ни тиһәң дә, ер участкаһы алырға теләүсе үҙе барып әйткәндер тип уйлайһы килмәй, сөнки был осраҡта уға ер биләмәһе тәтемәйәсәк бит...
Дөрөҫ, бында тағы ла бер версия бар: хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙ эшен әүҙемләштергән, йәғни коррупцияға ҡаршы киң көрәш йәйелдереп ебәргән. Тик был фекер Башҡортостан прокуроры Сергей Хуртиндың һүҙҙәренә ҡаршы килә:
— Тәфтиш эшенең сифаты ныҡ түбәнәйҙе, — тине ул әлеге матбуғат конференцияһында. – Судтарҙың йыш ҡына аҡлаусы ҡарар сығарыуы йәки енәйәт эшен тәфтиш органына ҡабат тикшерергә ҡайтарыуы шуның менән аңлатыла.
Әлбиттә, был хәл бөтөнләй бер нәмә лә эшләнмәй тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, суд ҡарарҙары нигеҙендә Башҡортостанда үткән йылдың 5 майынан һуң (йәғни ришүәт алған өсөн штраф түләтеү тураһындағы яңы Федераль закон көсөнә ингәндән алып) 29 коррупцион енәйәт эше буйынса 46 миллион һум штраф һалынған.
Һорауҙар тағы ла арта. 46 миллион һум – күпме был, аҙмы? “Коррупцияға ҡаршы милли комитет” тигән Рәсәй ижтимағи ойошмаһының рәйесе К. Кабанов әйтеүенсә, беҙҙең илдә коррупция баҙарының әйләнеше йылына 300 миллиард доллар тәшкил итә, йәғни 9 триллион һум самаһы. Әйҙәгеҙ, күҙ алдына килтерәйек: Рәсәйҙәге бөтөн 83 субъект та барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла тигеҙ икән, ти. Хатта ришүәт алыусылар һәм биреүселәр һаны, ришүәт күләме буйынса ла. Был осраҡта бер субъектҡа коррупция баҙарының әйләнеше 109 миллиард һум тура килә! Тәбиғи, ғәмәлдә субъекттар күп төрлө һәм күрһәткестәре буйынса бер-береһенә һис тә тап килмәй. Әйҙәгеҙ, улайһа, халыҡ һаны буйынса алып ҡарайыҡ: был 9 триллионды илдәге 143 миллион кешегә бүлһәк, йән башына 63 мең һум тура килә. Тимәк, дүрт миллион кеше йәшәгән беҙҙең республика халҡының был коррупция әйләнешендәге өлөшө – 252 миллиард һум!!! Хәҙер әлеге “меҫкен” 46 миллион һумдың ошо ғәйәт ҙур суммала нисә процент алып тороуын иҫәпләп ҡарағыҙ. Икенсе вариант буйынса иҫәпләһәк, 0,018%!!! Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында һөйләп тороуы ла оят был осраҡта.
Ярай, ысын көрәштең башы ғына (артабан нисек дауам итер — күрербеҙ), уға ҡарата шул 46 миллион һум да таман, тип уйлайыҡ. Тик суд ҡарары буйынса был сумманы тулыһынса түләтерҙәрме икән? “Независимая уральская газета” быйыл 23 майҙа яҙыуынса, Рәсәй Суд приставтарының Башҡортостан идаралығының Ҡырмыҫҡалы район бүлегенең өлкән суд приставы 27 йәшлек И. Халиҡовҡа ҡарата 200 мең һум ришүәт алыуҙа ғәйепләп енәйәт эше асылған. Икенсе төрлө әйткәндә, “түләтерҙәр” тип ныҡлы ышаныс менән әйтеп тә булмай.
— Ә ни өсөн ябай эш кешеһенә – ришүәт алғанда тотолған табипҡа йәки уҡытыусыға — ҡарата енәйәт эше йыш ҡуҙғатыла, ә ҙур түрәләр тураһында бер ни ҙә ишетелмәй, йә улар властан ситләтелгәс, йә иһә үлгәс кенә ғәйепләү башлана? – тип һорағас, Сергей Хуртин: “Сөнки уҡытыусы йәки табипты тотоуы еңел һәм иҫбатлау эше анһат, ә ҙур түрәгә ҡарата үтә сетерекле һәм ҙур күләмле эш алып барырға кәрәк”, — тип яуап бирҙе.
Коррупция — ысынлап та, киң таралған, төрлө сүрәткә кергән һәм беҙҙең тормошто үрмәксе ауы һымаҡ уратып алған күренеш. Балаһын ҡотҡарыу өсөн баш табипҡа йәки күп кешегә эш биргән бизнесын һаҡлап ҡалыу өсөн түрәләргә ришүәт биреүсене, мәҫәлән, ғәйепләп буламы? Ә был һорауға тәғәйен генә яуап биреүе ҡыйын.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Вернуться назад