Кисә, баҡтиһәң, Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө булған икән. Ошо уңайҙан Мәсетле районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы Йәш гвардия ағзалары һәм Йәштәр үҙәге белгестәре Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ҡосаҡла мине!” тигән акция үткәргән.
Йола буйынса был көндө хатта таныш булмаған кешене лә ҡосаҡларға ярай икән. Шуға ла акцияла ҡатнашыусылар мөмкин тиклем күберәк кешене ҡосаҡлап ҡалырға тырышҡан. Әйтергә кәрәк, мәсетлеләргә бындай үҙенсәлекле сара бик оҡшаған.
Был ғәҙәти булмаған байрамды 1986 йылда АҠШ-та билдәләй башлағандар. Ул тиҙ арала таралып, Бөтә донъя ҡосаҡлашыу көнөнә әүерелгән дә ҡуйған.