Бай тарихлы, яҡты киләсәкле22.01.2019

Республиканың тәүге баш ҡалаһы – Темәс ауылы нисек йәшәй?

Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә, йәмле Һаҡмар, Шырҙы һәм Талашты йылғаларының ҡушылған урынында ята Темәс ауылы. Ул – Баймаҡ районын­дағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. 1866 йылға тиклем Темәс Ырымбур губернаһының алтынсы кантонындағы икенсе йортҡа ҡарай. Һуңыраҡ Орск өйәҙенә буйһона һәм икенсе Бөрйән улысы үҙәгенә әүерелә. 1922 йылда, II Бөрйән-Түңгәүер кантоны административ яҡтан үҙгәртелгәс, Йылайыр кантоны ҡарамағындағы Темәс улысы төҙөлә.

Тарихҡа күҙ һалғанда

Тарихтан күренеүенсә, был ауыл башта Кәйепкәй исеме менән билдәле. Аҙаҡ ул Темәс булып китә, был үҙгәреш 1737 һәм 1775 йылғы ихтилалдарҙа әү­ҙем ҡатнашҡан, милли азатлыҡ өсөн кө­рәшкән Темәс Илекәевтең исеме ме­нән бәйле. Ғөмүмән, Рәсәй тарихындағы бер хәл-ваҡиға ла Темәсте урап үтмәгән. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғы­шында 15-се башҡорт полкы яугирҙәре, Темәс егеттәре Исмәғил Иҫәнғолов, яугирҙәр Ирназар Илбаҡтин, Юныс Рахманғолов, Исламбай Мәһәҙиев, Алтынса Мәмәлиндәрҙең Парижды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәре һәм икешәр тапҡыр көмөш миҙал менән бүләклә­неүҙәре билдәле.

Уңайлы ерҙә урынлашҡан бай тәби­ғәтле Темәс төрлө яҡтан сауҙагәр­ҙәрҙе, сәнәғәтселәрҙе үҙенә тартҡан. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән күсмәнде эшҡыуарҙар ауылдың үҫешенә ныҡ йоғонто яһаған. Ер эшкәртеү, малсылыҡ шөғөлөнән башҡа бында тире эшкәртеү һәм кирбес заводтары, төрлө оҫта­ханалар һалына, йылға буйҙарында тирмәндәр ҡорола, кибет, баҙар һәм лавкалар эшләй, йылына бер тапҡыр ҙур йәрминкә үтә. Әйткәндәй, әле лә шул осорҙоң йәнле шаһиты булған бер нисә сауҙагәр йорто һаҡлана.

“Барыһын да һаҡларға тырышам”

– тип ҡаршыланы беҙҙе шәхси эшҡыуар Әнисә Халиҡова. Тап ҡасандыр сауҙагәр йорто тип һаналған ике бинаның да хужаһы бөгөн ул.
Һаҙый бай Ғөбәйҙуллиндың йортонда әле ма­газин урынлашҡан. Эсенә кергәс тә, йорттоң тәүге төҙөлөшө менән осра­ша­һың, барыһын да шул килеш, бер нә­мәһен дә үҙгәртмәйенсә һаҡ­ларға ты­рыш­ҡандар. Икенсе ҡатҡа күтәрелгән баҫ­ҡыстарҙы бөгөн бер ҡайҙа ла осратыу мөмкин түгел. Тар, бейек, шул уҡ ваҡыт­та үҙенә күрә нин­дәй­ҙер архитектура һы­ҙаттарын үҙ эсенә ал­ған ул. Беҙ ҙә баҫҡыстар буйлап өҫкә үрмә­лә­нек, нисектер бер аҙ шомлораҡ тойолғандай булды. Ни тиһәң дә, тәү ҡарашҡа ябай кү­ренгән баҫҡыстар күпме шәхестәрҙең тарихи эҙҙәрен һаҡлай. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, бер аҙ иркен урын ҡалған. Бында төрлө яҡтан килгән сауҙа­гәрҙәр сәй эскән, үҙ тауарҙарын маҡтаған, артабан уларҙы ял итеү өсөн иркен бүлмә­ләргә урын­лаштырғандар. Әле икенсе ҡат тулыһынса урындағы эшҡы­уарҙарға ҡуртымға бирелгән. “Нисек тә бинаны һаҡ­лап ҡалырға, уны йылы­тыр­ға, йыл һа­йын косметик булһа ла ремонт эштә­рен башҡарыу кәрәк”, – ти Әнисә Зәки ҡыҙы.

Әйткәндәй, Әнисә Халиҡованың та­рихҡа һаҡсыл ҡарашы, үҙ еренә тоғро бу­лыуы ғына тарихи бинаны бөгөнгә тик­лем шул килеш һаҡлап ҡалырға бу­лышлыҡ иткән, тигән уйға киләһең, уның менән аралашҡандан һуң, сөнки әңгә­мәсем үҙе тарихи мәғлүмәттәрҙе яҡшы белә, бинаның һәр ерен мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышыуы асыҡ төҫмөрләнә.

Артабан сауҙагәр йортоноң подвалына төшәбеҙ. Подвал ишеге егелгән арба һыйырлыҡ ҙур һәм иркен. Әле был урын склад булараҡ файҙаланыла. Төрлө тарафтарҙан килгән сауҙагәрҙәр бында әйберҙәрен бушатҡан, арбалары менән әйләнеп сыҡҡан. Былтыр эшҡы­уар был подвалды тулыһынса ремонт­лаған, тәүге төҙөлөштө мөмкин тиклем һаҡлап ҡалған. Йәнә бер фараз йәшәй: (был хаҡта ауылдың ололары һөйләп ҡалдырған) сауҙагәрҙең йорто менән Башҡорт Хөкүмәте эшләгән бина ер аҫтынан үҙ-ара тоташҡан тигән һүҙҙәр бар. Тимәк, тарихсыларға был йәһәттән дә уйланырға, эш алып барырға талап ителә.

Темәстең йәнә бер тарихи урында­рының береһе – алтын прииск хужалары Закир менән Шәкир Рәмиевтәрҙең “лавка”лары. Был йорттоң да хужаһы булып Әнисә Халиҡова һанала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында ла эшҡыуар бинаның тәүге төҙөлөшөнә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ килтермәгән, уны нисек бар шул килеш һаҡларға тырыша. Әле лә исеме есеменә тап килгән: бында ла сауҙа нөктәһе эшләй, Рәмиевтәрҙең “лавка”лары шул килеш һаҡлана.

“Башҡортостандың йөрәге” һаҡланған урында

Ысынлап та, һәр ташы, һәр ағасы йәнле та­рих һаҡлай Темәстең. Үткән­дәре данлы һәм шан­лы. Уны бәғзе бер тарихсылар “Башҡортос­тандың йөрәге” тип йөрөтөп, һис тә яңы­лышмайҙар.

Артабан беҙ Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡарай юл алдыҡ. Ауылдың уртаһындағы бейек ҡалҡыулыҡта ике ҡатлы йорт урынлашҡан. Ул – 1896 –1897 йылдарҙа төҙөлгән Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты бинаһы. 1919 йылдың ғинуарынан мартына тиклем бында Башҡорт Хөкүмәте эшләгән, 21–23 февралдә тәүге милли съезд үткән һәм идара итеүҙең яңы органы – Ваҡытлы комитет төҙөлгән. Ул йылдарҙың шанлы тарихын һаҡлаған бинала әле Темәс ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Музей директоры Рәмилә Әбсәләмова әйтеүенсә, 1963 йылда ауыл мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Миҙхәт Рязанов, археологик эҙләнеүҙәр ваҡытында экспонаттар табып, музейға нигеҙ һала. Артабан район ҡаҙнаһынан аҡса бүленеп, махсус төҙөлөш бригадаһы иҫтәлекле бинаны ремонтлауға тотона. Ул йылдарҙа, әлбиттә, Темәстең тарихын яңыртыу, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич хаҡында мәғлүмәттәр йыйыу еңелдән булмай. Күптәр белгәнен дә өндәшмәүҙе хуп күрә. 1987 йылда музей филиал булып ҡала, барлыҡ эш әүҙемдәр иңенә һалына.

1991 йылда учреждениеға Башҡорт­остан дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейы статусы бирелә. Унда этнографик ҡомартҡылар, төбәктең һәм ауылдың тарихын, Граждандар һуғышы, Совет власы, Бөйөк Ватан һуғышы осорҙарын сағылдырған, ошо ерҙең билдәле кеше­ләре хаҡында һөйләгән экспонаттар бихисап. Шулай ҙа һәр кемдең иғтибарын тәү сиратта айырыуса үҙенсәлекле ҡо­мартҡылар – Зәки Вәлидиҙең Каруан­һарайҙағы эш өҫтәле, ултырғысы, ҡулъ­яҙмалары йәлеп итә. Улар 1936 йылда Ырымбур педагогия техникумының мөлкәте менән бергә килтерелгән.

Яңы быуатта республика етәкселеге ярҙамында музейҙа Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтенә арналған зал асыла. Балауыҙҙан эшләнгән һындар ул замандағы башҡорт зыялыларының төҫ-ҡиәфәтен, ҡараштарын да асыҡ сағылдыра...

Темәстең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында иң иҫтәлекле урын, әлбиттә, Башҡорт Хөкүмәте составының ҡарарҙар ҡабул итеү мәлен сағылдырған экспозиция. Ете тарихи шәхес хас та иҫән кеүек. Әйтерһең, халҡыбыҙҙың бөйөк улдары Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муллаян Халиҡов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Юныс Бикбов, Нуриәғзәм Таһиров, Мөхәмәтйән Ҡула­ев­тар үҙ урындарынан ҡалҡыныр ҙа халҡына өндәшер һымаҡ. Уларҙың буй-һынын ғына түгел, хатта йөҙ-ҡиәфәтен дә бар тулылығында һынландыра алған оҫталар.
Әйткәндәй, музей “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” планына ингән, киләсәктә уны реконструкциялау ҡарала.

Тарихи-мәҙәни үҙәктә

Республикала иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Темәстең тарихы ифрат бай. Бөгөн бында 17 милләт вәкиле, дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Мәғлүм булыуынса, Темәстә 1994 йылда тәүге тарихи-мәҙәни үҙәк асылды. “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең етәксеһе Нур Ҡалмырҙин әйтеүенсә, үҙәк ауылдың бай тарихын, урындағы халыҡтың рухи ҡомартҡыларын һаҡ­лауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Унда Темәстә йәшәгән Бөрйән ырыуы вәкилдәре араһынан 12 нәҫелдең ҙур шәжәрәһе төҙөлгән. Тамырҙарын юллап мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ярҙам итергә әҙер үҙәк хеҙмәткәрҙәре.

Алдан әйтеүебеҙсә, Темәстә бихисап архитектура ҡомартҡыһы һаҡланған. Мәҫәлән, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы (унда 1919 йылда I Башҡорт хәрби съезы үткән, Башревком эшләгән, һуңынан Бөрйән-Түңгәүер кантоны үҙәге урынлашҡан), XIX быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән беренсе башҡорт-урыҫ башланғыс мәктәбе, республи­кабыҙға бик күп шәхес тәрбиәләп биргән элекке Темәс педагогия училищеһы, Әбүбәкер хәҙрәт Хөсәйеновтың йорто (унда Әхмәтзәки Вәлиди йыш туҡтар булған), композитор Рәүеф Мортазин тыуған һәм йәшәгән өй, Мозафар байҙың XIX быуат уртаһында төҙөлгән келәттәре, 1900 йылда һалынған балалар йорто биналары һәм башҡалар.

“Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге янында эшләп килгән “Ғилмияза” фольклор коллективы хаҡында ла яҙып үтмәһәк, дөрөҫ булмаҫ кеүек, сөнки улар – ауылдағы һәр сараның биҙәге һәм йәме. Ансамблдең алыштырғыһыҙ етәксеһе Лилиә Ишбаева белдереүенсә, бында хаҡлы ялда булған апайҙар йөрөй. Бөтәһе 13 кешене үҙенә туплаған “Ғилмияза”ның иң олоһо Гөлшат Йосоповаға 73 йәш булһа, иң кесеһенә – ни бары 55. 2010 йылда ойошторолған ансамбль ошо ерлектә барлыҡҡа килгән башҡорт халыҡ йыры исемен ала. Бөрйән ырыуында барлыҡҡа килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, шөғөл-кәсептәрҙе, милли аш-һыу, кейем-биҙәүестәрҙе йәш быуынға еткереү, уларҙы пропагандалау, ошо ерлектә барлыҡҡа килгән халыҡ йырҙарын өйрәнеүҙе төп маҡсаттары итеп алған “Ғилмияза” коллективы йылдар дауамында үҙ асылына тоғро.

Лилиә Ишбаеваның тырышлығы менән үҙәктә “Оҫтабикәләр” клубы уңышлы эшләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында йөрөүселәрҙең барыһы ла ҡул эштәренә маһир, һәр береһе ниндәйҙер шөғөлдө үҙ иткән. Мәҫәлән, Гөлдәр Иҙелбаева­ның сәйләндәр менән эшләгән төрлө әйберҙәре, картиналары күҙҙең яуын ала, Фәүзиә Әбсә­лә­мова иһә балаҫ сигеүҙең яңы ысулын тергеҙгән. Ул шулай уҡ быйма баҫа, бәйләм-сигеү эштәренә оҫта, халҡыбыҙҙың онотола барған кәсебен – туҙ һағыҙын ҡайната. Яңылбикә Ғарифуллина ҡорама эшләү буйынса махсуслашҡан, шулай уҡ милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙә уға тиңләшеүсе табылманы. Хатта ансамблдең үҙ гармунсыһы бар: Миңзифа Йосопова уйнаған дәртле гармун көйөнә мәшһүр ҡурайсы Кәрим Дияровтың ҡыҙы Гөлнара Ҡотлоғәлләмова “һә” тигәнсе таҡмаҡтар сығарып та ҡуя.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ғилмияза” фольклор ансамбле йырлап-бейеп, кис ултырып, бәйләм-сигеү менән генә булышмай, ә йәш ҡыҙҙарға, буласаҡ милләт әсәләренә, халҡыбыҙҙың милли аштарын бешереп өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Әйткәндәй, быларҙың барыһын да Лилиә Ишбаева үҙ өйөндә ойоштора. Ҡыҙҙар буҙа ҡай­натыу серенә, талҡан яһау, сәк-сәк, ба­уырһаҡ, ваҡ бәлеш кеүек милли ризыҡ­тарҙы бешереү нескәлектәренә төшөнә. Ғөмүмән, тарихи-мәҙәни үҙәктең рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауҙа, үҫтереүҙә, халыҡтар араһында берҙәмлек, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Темәстәргә ҙур бүләк

Темәс ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, биләмәгә бөтәһе һигеҙ ауыл ҡарай. Улар – Әмин, Күнзавод, Сәксәй, Бе­терә, Ишей, Түбәнге Таһир, Үрге Таһир һәм Һаҡ­мар. Барлығы ете меңдән ашыу кеше йәшәй. Ауылдар араһы ла байтаҡ, шуға күрә “Баш­ҡорт­остандың 100 йыллығына – 100 объект” программа­һына ярашлы, ауылда яңы янғын һүн­дереү депоһы төҙөлөүе – үтә ҡыуаныслы күренеш. Әйткәндәй, юбилей объекттары исем­легенә дүрт янғын һүндереү депоһы индерелгән булһа, шуларҙың береһе тап Темәстә.

– Ысынлап та, өр-яңы депоны ауыл халҡы ҙур бүләк итеп ҡабул итте. Был бигерәк тә урындағы халыҡты янғын хәүефенән аралау, авария-ҡотҡарыу эштәренең ойошҡанлығын тәьмин итеү йәһәтенән ҙур роль уйнаясаҡ. Район үҙә­генән генә түгел, хатта Темәстән йыраҡта урынлашҡан, бигерәк тә Ишей, Бетерә ауылдарына барып етеү өсөн яңы алынған янғын һүндереү машина­ларының ҡеүәте лә, һыу һыйҙырыу кү­ләме лә юғары. Тик ҡеүәтле янғын һүн­дереү машиналарын йыш саҡыртырға тура килмәһен ине, – ти Айгөл Ғүмәр ҡыҙы.

Шулай уҡ “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы нигеҙендә Темәстә ат-спорт комплексы төҙөү, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын үҙгәртеп ҡороу ҡаралған. Әле ат спорты комплексын төҙөү урыны билдәләнгән, ул кәртәләп алынған. Документ әҙерләү эше тамамланғас, тендер иғлан ителәсәк.

Заманса ферма

Ауылда 60-тан ашыу эшҡыуар иҫәпләнһә лә, крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырған Кәрим Яхин – малсылыҡ тармағында эш башлаусы­ларҙың берҙән-береһе. Яңы йыл алдынан уның һәүкәштәре заманса йыһазландырылған өр-яңы һөт-тауар фермаһында “өй” туйлаған.

– 2016 йылда малсылыҡты үҫтереү буйынса грант яуланым, ошо аҡсаға һөт-тауар фермаһын төҙөнөк, ҡара-сыбар тоҡомло 60 баш тана һатып алдыҡ. Ферма 250 баш малға тәғәйенләнгән, киләсәктә уларҙың һанын арттырыу ҡарала. Әле һәүкәштәр быҙаулай башланы, быҙауҡайҙарҙы йылы аҙбарҙарҙа аҫрайбыҙ. Көндәлек һауым көнөнә һәр һыйырҙан 18-әр литр тәшкил итә, – ти Кәрим Хәйбулла улы.

Яңы төҙөлгән мал базаһы заман талаптарына яуап бирерлек йыһазлан­дырылған. Иң мөһиме – эшселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Һауынсылар элекке кеүек ауыр биҙрәләр менән һөт ташымай, улар махсус һөт үткәргестәр аша кәрәкле урынға “елдерә”. Шулай уҡ малсыларҙың эше еңеләйгән: мал аҙығын өйөүсе махсус ҡоролма-робот сит илдән килтерелгән. Уның ярҙамында мал алдынан аҙыҡ тәүлек әйләнәһенә өҙөлмәйәсәк.

Фермала 12 кешегә эш урыны булды­рылған, көндәлек һауым әле “Буранбай” кооперативына тапшырыла. “Һыйырҙар имен-һау быҙаулап, йәшел үләнгә аяҡ баҫып, һөт арта төшһә, уны артабан ҡайҙа тапшырыу мөмкинлеген уйларбыҙ”, – ти Кәрим Яхин.

Мал базаһы “Башҡортостандың 100 йыллы­ғына – 100 объект” программаһы нигеҙендә төҙөлмәһә лә, тап уның бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән йылда Темәстә ҡайтанан малсылыҡ тармағы барлыҡҡа килеүе – үҙе үк оло байрамға ҙур бүләк.

Мортаза Рәхимовта ҡунаҡта

Һәр ауыл тормошона үҙҙәренең татыу йәшәүҙәре, бынамын тигән балалар үҫтереүҙәре, күркәм йорт төҙөүҙәре, ҡылған матур ғәмәлдәре менән ауылдаштарына өлгө булырлыҡ ғаиләләр байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе менән беҙгә лә танышыу бәхете тейҙе. “Мортаза Рәхимовтарға барабыҙ” тигән һүҙгә башта көлөмһөрәп ҡараһаҡ, аҙаҡ, ысынлап та, бәләкәй Мортазаның йортонда булдыҡ.

Сәлимә менән Дамир Рәхимовтарҙың татыу ғаиләһендә баһадирҙай дүрт ул үҫә. Исемдәре лә бит ниндәй – Илмир, Илнур, Мортаза һәм Кинйә! Ғаилә бигерәк тә үҙҙәренең танышыуына сәбәпсе булған Яңы йыл байрамдарын көтөп ала. Ҙур, күркәм йорттоң түрен биҙәп Ирәндек урманында үҫкән шыршы урын ала, урамда балалар өсөн һырғалаҡтар яһала. 1999 йылдың һуңғы көндәрендә “Һәүәнәк” совхозында шофер булып эшләгән Дамирға өс ат егелгән санала гармун тартып, Ҡыш бабай булараҡ совхозда эшләүселәрҙең балаларына бүләк таратырға ҡушыла. Әлбиттә, ниндәй Ҡыш бабай Ҡарһылыуһыҙ булһын инде. Сибай медицина колледжының беренсе курсында белем алған Сәлимә байрамға әсәләренә ҡайта. Ҡарһылыу булыу уның иңенә төшә. Йәштәр бер-береһен күргәс тә оҡшата. Бер йылдан һуң сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Ҡулына диплом алғандан бирле Сәлимә Рәхимова Темәс психоневрология интернатында шәфҡәт туташы булып эшләй, тормош иптәше Өмөтбай – Баймаҡ маршруты буйынса автобус йөрөтә. 2008 йылда йәш ғаилә “Ауыл ерендә йәшәүсе йәш ғаиләләргә ярҙам итеү” программаһына ярашлы, өй төҙөү өсөн субсидия ала. Бер йыл эсендә бынамын тигән күркәм йорт төҙөп ултырта улар.

Өйҙә тик малайҙар булыуын иҫәпкә алып, ғаилә башлығы буласаҡ улдарына хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырыша. Хужалыҡ эшендә уларҙың һәр береһенең тәғәйен эше бар: кемдер мал ҡарай, икенсеһе аҙбар таҙарта. Оло улдары әсәһенең юлын һайлап, әле Сибай медицина колледжы студенты, киләсәктә табип булырға хыяллана. Икенсе улдары Илнур “ҡорос ат” докторы булмаҡсы, техниканы атаһы кеүек яҡшы белә. Ә бына Мортаза мәктәпте яҡшы тамамлап, артабан белемен камиллаштырып, президент булырға хыяллана. Кем белә, тыуғандан алып республикабыҙҙың тәүге президентының исем-шәрифен йөрөткән егеттең киләсәктә теләге тормошҡа ашып та ҡуйыр әле. Бейергә яратҡан Мортаза “Йондоҙ” халыҡ бейеү ансамбленә йөрөй. “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә өсөнсө урын алған. Өс йәшлек Кинйә йортта үҙенең кинйә булыуын әленән үк иҫкәртеп тора, ағаларын “утлы таба”ла бейетеп алырға ла өлгөрә. Әйткәндәй, йорт хужабикәһе бар яҡлап оҫта булып сыҡты. Йыр-бейеүгә лә, аш-һыуға ла маһир ул. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урын яулай.

Йорт хужаһы Дамир Рәхимовтың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Ул “Кем белә, бәлки, дүрт улым, дүрт таянысым киләсәктә ошо ауылда төпләнер, яңы йорттар һалып, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерер. Нисек кенә булмаһын, ауыл – милләтебеҙҙең бишеге, киләсәге икәнлеген дә онот­майыҡ”, – тине.

Матур йылъяҙмалары бар

Ауыл менән танышыуыбыҙҙы Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Бай­рамғолова кабинетында тамамланыҡ. Ауыл һулышын үҙ йөрәге аша үткәргән, унда йәшәүселәрҙең һәр береһенең йәшәйешен яҡындан белгән, ниндәй проблема, уй-ниәттәр барлығын аңлаған, уларҙан сығыу юлдарын барлаған Айгөл Ғүмәр ҡыҙынан эштәре һәм киләсәккә пландары хаҡында һораныҡ.

– Һуңғы йылдарҙа “Урындағы баш­ланғыстарға булышлыҡ итеү” програм­маһына ярашлы, күп ауылдарҙың социаль инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Халыҡ үҙен борсоған проблеманы күтәрә, уның өсөн тауыш бирә һәм проектты уңышлы яҡлай. Әле төп проблемаларҙың береһе – Темәс дауаханаһы “Ашығыс ярҙам” машинаһының иҫке булыуы. 17 ауылды хеҙмәтләндергән машина күп осраҡта сирлеләр янына барып етә алмай, сөнки йыш ҡына төҙөк булмай. Шунлыҡтан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һорауҙар күбәйә. Икенсенән, ауылдағы дарыухана эше лә халыҡты ҡәнәғәтләндермәй, провизорҙың йыш сирләүе сәбәпле, ул һәр саҡ йоҙаҡта.

Халыҡ бөгөн матур йәшәргә тырыша, ауылда эш булмаһа ла, вахта менән ситкә йөрөп эшләй. Шулай уҡ урындағы йүнселдәрҙең күбеһенсә ауылдаштарын эшкә алыуы ла халыҡҡа хеҙмәт урындары булдырыуға ҙур йоғонто яһай. Быйыл ауылыбыҙ өсөн бик мөһим оло сара көтөлә, барыбыҙ ҙа Башҡорт­остандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн әленән үк эш планын раҫланыҡ, мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәс өсөн бик мөһим булған йылда темәстәр һынатмаҫ, тигән теләктә ҡалам, – тине ауыл хакимиәте башлығы.

Ысынлап та, һәр ташы, һәр ағасы тарих һөйләгән, үҙендә шанлы йыл­дарҙың һәм арҙаҡлы шәхестәрҙең данлы эҙҙәрен һаҡлаған, республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә үҙ өлөшөн индергән тарихи Темәс ауылы бөгөн дә үҙенең сағыу биттәрен матур йылъяҙмалар менән яҙыуын дауам итә. Иң мөһиме – темәстәр республикала тәүгеләрҙән булып үҙ энциклопедияһын төҙөгән, һәм ул тиҙҙән баҫылып сығасаҡ.


Вернуться назад