Эш һөйгәнде ил һөйөр22.01.2019

Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы Эрнст Юлбарисов бөгөн дә ғилем донъяһына тоғро хеҙмәт итә.

Эрнст Мирсаяф улының исеме ғилми даирәләрҙә лә, республика йәмәғәтселегенә лә яҡшы таныш. Ул – 700 фәнни мәҡәлә һәм тәржемә, 29 уйлап табыу эше, ете китап авторы. Күптәр Э.М. Юлбарисовты ғалим, геолог, нефтсе булараҡ белә, ә бөгөнгө әңгәмә барышында беҙ уны оҫта рәссам, тос фекерле шағир һәм тәржемәсе, хәстәрлекле ғаилә башлығы, абруйлы атай һәм һөйөклө олатай булараҡ та астыҡ.

– Эрнст Мирсаяф улы, һеҙҙе билдәле, көслө нәҫел вәкиле булараҡ беләбеҙ. Әңгәмәне оло донъяға алып сыҡҡан ғүмер һуҡмағығыҙҙың башы, һеҙ үҫкән мөхит менән танышыуҙан башлайыҡ.
– Архангел районының Муллаҡай ауылында тыуһам да, миңә ике-өс йәш тирәһе булғанда атайымдың тыуған ауылы Тәүәкәскә күскәнбеҙ. Атайым Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китеп, 1943 йылда, 29 ғына йәшендә, Харьков янындағы бәрелештәрҙең береһендә һәләк була. Әсәйем Бибиғәлиә Мәғәфүр ҡыҙы ла ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаны, атай фронтҡа киткәс, уның эшен – директорлыҡ йөгөн тулыһынса үҙенә алды. Улар икеһе лә уҡымышлы нәҫел балалары ине, затыбыҙҙа көслө муллалар ҙа булған.

Беҙ Марат ағайым менән Өфөләге 5-се балалар йортонда тәрбиәләндек. Артабан юлыбыҙ данлыҡлы 9-сы башҡорт мәктәп-интернатына (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты) илтте. Был уҡыу йорто атайҙары һуғышта һәләк булған әллә нисәмә быуын башҡорт балаһына белем һәм тәрбиә бирҙе, ҡанаттарыбыҙҙы нығытты. Уны икебеҙ ҙә көмөш миҙалға тамамланыҡ. Мәскәүҙә, имтихан тапшырған саҡта, комиссия рәйесе: “Һеҙ ҡайҙа уҡы­нығыҙ? Уҡытыусыларығыҙ кем?” – тип ҡыҙыҡһынғайны. Ысынлап та, мәктәп-интернатта төплө белем биреү менән бер рәттән, балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылғайны.

– Һеҙ, ябай ауыл егете, баш ҡалаға – Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инергә йөрьәт итәһегеҙ. Ул заман өсөн был бик ҡыйыу ҡарар булғандыр?
– Мәскәүгә юлды ағайым Марат асҡайны инде. Ул – Мәскәү дәүләт университетына уҡыр­ға ингән башҡорттарҙың иң тәүгеләренең береһе. Мин башта документтарымды Жданов исемен­дәге Мәскәү архитектура институтына ебәр­гәй­нем, әммә ятаҡ булмау сәбәпле, ағайымдың юлын дауам итеп, МДУ-ның геология факультетын һайланым. Был тармаҡ менән ҡыҙыҡ­һыныуым да көслө ине. Бәләкәйерәк класта ҡу­лыма төҫлө һүрәтле “География” китабы килеп эләккәс, ер ҡатламының төҙөлөшө, тау тоҡом­дары тураһында иҫем китеп уҡығаным хәтерҙә.

– Башҡорт геологияһы өлкәһен­дә Юлбарисовтар – билдәле династия...
– Был тармаҡты минең һәм ҡаты­нымдың нәҫел-нәсәбенән ете кеше үҙ итте.
Марат ағайым Алыҫ Көнсығышта, Магаданда инженер-геолог булып эш башлай. Өфөгә ҡайтҡас, Көнбайыш Урал инженер-төҙөлөш тресының баш инженеры урынбаҫары итеп тәғә­йен­ләнә. Чукотка, Себер, Яҡутстан, БАМ трассаларын, илдең күп объекттарын, мәҫәлән, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле төҙөлөшөн геологик яҡтан нигеҙләне. “Башгипроводхоз” институтында ун йыл буйы директор йөгөн тартты. Уны әле лә күптәр оло хөрмәт, йылылыҡ менән иҫкә ала.

Вильгельм ағайым Өфө геология-разведка техникумын тамамлап, геофизик һөнәренә эйә булды, артабан ул да юғары белем алды. Башҡортос­танда “Арлан” геофизик партияһының начальнигы, хаҡлы ялға сыҡҡансы Көнбайыш Себерҙәге Башҡорт экспедицияһының комплекслы геофизик партияһы етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.

Династиябыҙҙың икенсе быуын вәкиле – Илдар Марат улы Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас, республиканың күп кенә ҡатмарлы геологиялы объекттарында эшләне. Беҙгә уның менән бер предприятиела хеҙмәттәштәр булырға ла тура килде.
Тормош иптәшем Наилә Ғаяз ҡыҙы ла – геолог. Ул сығышы менән Хәй­булла районының Әбеш ауылынан. Мәскәү дәүләт геология-разведка институтын тамамлап, инженер-геолог-гидрогеолог булараҡ, байтаҡ төҙөлөш объекттарын, мәҫәлән, “Сила Сибири” магистраль газ үткәргесен геологик йәһәттән нигеҙләүҙә ҡатнашты. Бергә йәшәүебеҙгә былтыр сентябрҙә 50 йыл тулды.

– Үҙегеҙҙең хеҙмәт баҫҡыс­тарығыҙ тураһында ла ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Хеҙмәт юлымды “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығында скважиналарҙы тикшереү буйынса оператор булып башланым. Артабан Үҙәк ғилми-тикшеренеү лаборатория­һының нефть запастарын иҫәпләү буйынса өлкән геологы, “Башнефть” производство берекмәһендәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү бүлегенең өлкән инженеры булдым.

1965 йылда атаҡлы ғалим, СССР-ҙың беренсе геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Василий Михайлович Сенюков менән танышыу бәхете тейҙе. Профессорҙың ҡат-ҡат саҡырыуын ҡабул итеп, 1966 йылдың аҙағында аспирантураға уҡырға индем һәм уны уңышлы тамамлап, геология-минералогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡланым. Унда тәҡдим ителгән технология 29 уйлап табыу эшемдең иң тәүгеһе булды.

1978 – 1980 йылдарҙа Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлы­ғында баш инженер вазифаһында нефть сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыуҙа булыштым. Шул осорҙа билдәле Америка һәм Европа компанияларының нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһын өйрәнеү, уларҙың фәнни һәм ғәмәли тәжрибәһе менән яҡындан танышыу мөмкин­легенә эйә булдым.

1980 йылда ябылыу сигендәге нефть ятҡылыҡтарында ҡалдыҡ запастарҙы микробиологик ысул ярҙамында табыу мөмкинлеген биргән технология уйлап таптым. Был технология Башҡортостандың, Удмурт Республикаһының һәм Көнбайыш Себерҙең 30 нефть ятҡылығында өс тиҫтә йылдан ашыу ҡулланылды.

1992–1997 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт геология буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләргә тура килде. Был осорҙа көсөмдө, белемемде геология хеҙмәтен тергеҙеүгә арнарға тырыштым. Республика ер аҫтын файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен, “БР тәбиғи ресурстарын файҙаланыу буйынса дәүләт концепцияһы”н төҙөүҙә ҡатнаштым.
Артабан “ВНИИнефтеотдача”, “БашНИПИнефть”, “КогалымНИПИнефть” институттарында эшләргә тура килде һәм уларҙың һәр береһендә илдә беренсе булып үҙемдең йүнә­лештәге бүлектәр асыуға өлгәштем.

– Бөгөн илебеҙҙә геология тар­мағы бик үк яҡшы осор кисермәй, ул нисектер юғалып, онотолоп ҡалғандай...
– Был хәл мине үтә ныҡ борсой. Ил кимәлендә лә, республикабыҙҙа ла мәсьәлә етди иғтибар талап итә. Мәҫәлән, 2006 йылда республика хакимиәтендә геологияны көйләгән структура бөтөрөлдө. Бында үҙебеҙҙә лә ғәйеп барҙыр, сөнки Министрҙар Кабинетының бер ултырышында “Рәсәй геологияһы тарҡалыуға дусар булды” тигәнгә беҙҙең чиновниктар, ҡаҙылма байлыҡтарыбыҙ 20-30 йылға етерлек, беҙгә геологияның ни хәжәте бар, тип белдерҙе. Геологияның сиктәре юҡ. Уның эшмәкәрлегенә ил, дәүләт иҡтисадын тотоп торған тармаҡтарҙың киләсәге бәйләнгән. Бары менән ҡәнәғәт булырға ярамай. Мәҫәлән, беҙҙең алда нефтте тәрә­нерәк быраулау алымдарын үҙләштереү бурысы тора. Бөгөн ул 7-10 километр тирәһендә сикләнә, ә бит 12-15 километр тәрәнлектәр әлегә өйрәнелмәгән килеш ҡала.

Беҙҙең заманда геологтарға романтик рух хас ине. Практикаға ла, эшкә лә илдең иң алыҫ урындарына ебәреүҙәрен теләй инек. Студент саҡтағы практикаларҙы Алыҫ Көнсығышта, Ҡырымда үттем. Бөгөнгө йәштәргә бына ошо романтика етешмәй кеүек. Шулай уҡ киләсәктә ил һәм республика етәкселеге тармаҡты үҫтереүгә иғтибарҙы арттырһын ине, тигән теләктәмен. Ғөмүмән, беҙҙең Башҡортостан – хазиналар төйәге, тик шул байлыҡтарға һаҡсыл ҡараш, уларҙы рациональ файҙаланыу алымдары булырға тейеш.

– Һеҙҙе “Урал батыр” эпосын геологияға бәйләп өйрәнгән ғалим булараҡ та беләбеҙ. Был ҡыҙыҡһыныуға нимә сәбәпсе?
– 2014 йылда Ишембайҙа башҡорт һәм бер өлөшө рус телдәрендә нефт­се-инженер Юнир Ваһапов үҙнәшер юлы менән “Урал батыр” ҡобайы­рында тәбиғәт” исемле китап сығар­ғайны. Башҡорт халҡының яҙмышына, уның борон замандан әхлаҡи үҫешенә битараф булмаған тынғыһыҙ шәхес эпосҡа таянып, ҡайһы бер тәбиғи күренештәрҙе үҙенсә асыҡлап ҡарай. Автор был башланғысына туған халҡының тарихына битараф булма­ған ғалимдар һәм белгестәр ҡолаҡ һалыр, үҙ фекерен әйтер тип тә өмөтләнгән, әммә хеҙмәте йәмәғәт­селек иғтибарынан мәхрүм ҡала. Тик ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә, туғандары һәм коллегалары башланған һөйлә­шеүҙе артабан дауам итеү маҡса­тында мөрәжәғәт иткәс, мин был хеҙмәт менән ентеклерәк танышып сыҡтым. Шул нигеҙҙә ерҙәге геологик тетрәнеүҙәрҙе “Урал батыр” эпосына бәйләп сағыштырып, ундағы хайуандар донъяһын һәм кешелек тари­хының үҫешен үҙ күҙлегемдән өйрәнеп, “Урал батыр” һәм тирә-яҡ мөхит” тип аталған хеҙмәт яҙҙым. Ул 2017 йылда “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән эпосты ғилми нигеҙҙә өйрәнгән ғалимә, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина хеҙмәтемә ыңғай баһа бирҙе.

– Һеҙҙе яҡындарығыҙ һәүәҫкәр рәссам, шағир-тәржемәсе булараҡ та белә...
– Былар барыһы ла йәшлек мауығыуы булғандыр инде. Һүрәт төшөрөүгә һәләт бала саҡтан килә. Көҙгөгә ҡарап эшләгән тәүге автопортретым әле булһа һаҡлана. Студент йылдарында уҡыу йортоноң рәсем төшөрөү студияһына йөрөгәй­нем, байтаҡ ҡына эштәрем дә йыйылғайны, әммә осраҡлы янғын арҡаһында барыһы ла янып юҡҡа сыҡты.
Университетта уҡыған йылдарҙа башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары, Мәскәүгә килгән саҡтарында, мотлаҡ беҙҙең менән осрашыу үткәрергә тырыша торғайны. Шул шиғри кисәләр тәьҫирендә миндә лә шиғыр яҙып ҡарау теләге тыуҙы. Студент саҡта ижад иткән байтаҡ арнауҙарым, тәржемәләрем һаҡланған. Бигерәк тә рус шағиры, сит ил әҙәбиәте өлгөләрен тәржемәләгән Валерий Брюсовтың ижады күңелемә яҡын.

– Ғүмерегеҙҙең 80 йәшлек үренә артылғанда ла һеҙ тынғыһыҙ эшмәкәр булып ҡалаһығыҙ. Бөгөн ниҙәр менән мәшғүлһегеҙ?
– “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә инде 25 йыл автор, мөхәррир, тәржемәсе һәм редколлегия ағзаһы булып хеҙмәттәшлек итәм. 2018 йылда ҙур хеҙмәтемде – “Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге”н тамамланым. Ул быйыл баҫылып сығасаҡ.
Ғаиләбеҙ менән бергә йыйылыуҙан күңелгә ял, рәхәтлек алам. Ғөмүмән, минең уңыштарымда, әлеге дәрәжә­ләргә етеүемдә ғаиләмдең, тормош юлдашымдың роле баһалап бөткөһөҙ. Мине ҡайҙа ғына эшкә ебәрһәләр ҙә, улар һәр ваҡыт янымда булды. Алыҫ Африкала ла йәшәп ҡайтырға тура килеүе хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Надир улым Өфө сәнғәт училищеһын һәм Мәскәү коммерция һәм хоҡуҡ институтын, Булат БДУ-ның тарих факультетын – ҡыҙыл дипломға һәм философия факульте­тының аспиранту­раһын тамамланы, хәҙер күренекле журналист. Бөгөн икеһе лә тормошта үҙ урындарын табып, ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтерә. Ейән­дәрем Айҙар, Таһир, Элина – мәктәп уҡыу­сылары, барыһы ла тырыштар. Айҙар былтыр тәүге ғилми мәҡәләһен яҙҙы, химия, геология, биология, астрономия фәндәре менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Бәләкәс­тә­ребеҙ – өс йәшлек Әмирә менән Әсҡәр ҙә тормошобоҙ йәме булып үҫеп килә.

– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Э.М. ХӘЛИМОВ,
СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары (1976 – 1981):
– Яҙмыш бала саҡтан Эрнст Мирсаяф улына тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бында ата-әсәһенең, уға белем биргән уҡытыусыларының роле ҙур, шулай уҡ үҙенең дә эшһөйәрлеген, маҡсатҡа ынтылыусанлығын билдәләп үтергә кәрәк.
Эрнст Юлбарисовтың әүҙем ҡатнашлығында нефть табыуҙы арттырыу буйынса яңы биогеотехнологиялар ғәмәлгә индерелде һәм киң ҡулланылыш тапты.

В.В. ПАВЛОВ,
“Башкиргеология” йәмғиәтенең генераль директоры:
– Эрнст Мирсаяф улы – энциклопедик белемгә эйә кеше. Мин уны башҡорт халҡының ғорурлығы тип атар инем. Ул һәр ваҡыт үҙенең белеме, тәжрибәһе менән ихлас бүлеште, йәш белгестәр – геологтар, нефтселәр өсөн остаз булды.
Мин айырыуса уның Башҡортостан Республикаһының геология буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булараҡ башҡарған эшмәкәрлегенә оло баһа бирер инем. Ул – геология тармағын үҫтереүгә, уның хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыуға тос өлөш индергән шәхестәребеҙҙең береһе.


Эрнст ЮЛБАРИСОВ

Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә,
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.

Башҡорт халыҡ йырынан.


Ҡарт Уралым, тарт һин ҡурайың,
Ағиҙелкәй, урғыл туҡтамай,
Ос, ыласын, һайра, һандуғасым,
Тыуған ерем, йырла һыҡтамай.

Тар быуаттар тотто башҡортто
Ҡәбер өҫтөндәге ситлектә.
Тура уғын тота алыр ҡулын
Бәйләтмәне халҡым этлектән.

Салауаты эйәрләне атын,
Юлай тылсымланы ҡылысын,
Ҡараңғыны яҙғы йәшен ярҙы
Һәм яҡтыртты улдар намыҫын.

Ҡарт Уралым, тарт һин ҡурайың,
Салауаттың йырла йырҙарын,
Осма, ыласын, тыңла, һандуғасым,
Ағиҙелкәй, ашма ярҙарың.

Йырла, Урал, ҡырҙа, яландарҙа
Улдарыңдың ҡаны тамғанын,
Көйлә, елкәй, һөйлә, еркәй,
Ҡыҙарғанды ап-аҡ ҡарҙарың.

Йырла, ялан, яраланған
Ир-егеттең яңғыҙ аттарын.
Йырла, Урал, тоғро улың
Буранбайҙың яҙған хаттарын.

Ҡарт Уралым, тарт һин ҡурайың,
Тыуған еркәй, йырла һыҡтамай.
Ос, ыласын, һайра, һандуғасым,
Ағиҙелкәй, урғыл туҡтамай!


Вернуться назад