Робоквантум, IT-квантум һәм HI-TECH...22.01.2019
Һәр бала үҙенең мөмкинлеген киңерәк файҙаланһын, төп эше – уҡыуҙан тыш сараларҙа ҡатнашһын, ғөмүмән, төрлө яҡлап үҫешһен өсөн Бәләбәй районы етәкселеге ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра. Әйткәндәй, төбәктә йыл уңышлы башланды – ошо көндәрҙә бында Балалар технопаркы асылды. Буш торған элекке Пионерҙар һарайына ремонт үткәргәндән һуң бина танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелде, хәҙер ул – ҡыҙ һәм малайҙарҙың яратҡан урыны.

– Технопаркта һәр баланың һәләтен күрһәтеренә, ысын ижадҡа тотонорона өмөтләнәм, киләсәктә иһә Бәләбәйҙәге предприятиеларға инженер һәм программист булып нәҡ ошонда шөғөлләнеүселәрҙең килеренә ышанам, – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.


Азат Альверт улының һүҙҙәренә ҡарағанда, балаларға өҫтәмә белем биреү тәңгәлендә ғилми-техник йүнәлеште үҫтереү һәм яңы быуындың инженерҙар буйынса кадрҙар әҙерләү, дөйөм алғанда, республика етәксе­легенең, шул уҡ ваҡытта Бәләбәй районы етәкселегенең төп бурысы.
Технопарк эшмәкәрлеген өс – робоквантум, IT-квантум һәм HI-TECH йүнәлештә көйләгән.


Вернуться назад