Йыуғыс уртаҡ буламы?22.01.2019

“Туғандарҙа ҡунаҡта булып, аптырап ҡайттым: уларҙың ғаиләһе мунсала бер үк йыуғыс менән йыуына. “Беребеҙ ҙә ауырыу түгел дә инде”, – ти, етмәһә, апайым, мин гигиена тураһында һүҙ сығарғас. Ә табиптар был хаҡта нимә ти?

Гөлкәй ДИНМӨХӘМӘТОВА.

Ауырғазы районы”


Гигиена ғәҙәттәре бик индивидуаль һәм һәр ғаиләлә үҙенсә. Ысынлап та, кемдер йыуынғанда уртаҡ йыуғыс менән ҡулланһа, бәғзе ғаилә ағзалары бер-береһенең йыйылмаған түшәгенә ултырырға ла ҡыймай. Әммә шуныһын белеү фарыз: ҡайһы бер үҙенсәлектәр гигиена йәһә­тенән мотлаҡ булһа, ҡайһылары ябай ғәҙәткә ҡайтып ҡала. Шәхси гигиена ҡағиҙәләре буйынса, ғаиләлә һәр кемдең үҙ таҫтамалы, тән һәм теш йыуғысы булырға тейеш. Һәр кемдең үҙ микробиозы, бактериялары бар. Хужаһы өсөн улар хәүефһеҙ булһа, башҡаларға зыян килтереүҙәре ихтимал.

Беҙ һәр ваҡыт төрлө микроорганизмдар менән тығыҙ бәй­ләнештә йәшәйбеҙ, үҙ микро­флорабыҙ бар. Әгәр ҙә ошо биләмәгә башҡа микроорганизмдар эләкһә, улар үҙ-ара кон­фликтҡа инеүе ихтимал. Ябай итеп әйткәндә, кешенең тәнендә төрлө һытҡылар сыға, елһенеү барлыҡҡа килә, күпкә етди ауырыуҙар хасил булыуы ла ихтимал.

Тән йыуғысына килгәндә, ул еүеш бүлмәлә һаҡланғанға күрә, тулыһынса кибеп тә өлгөрмәй, унда төрлө бактериялар үҫешә, шул иҫәптән ҡурҡыныс алтын стафилококк та (Staphylococcus aureus). Был бактерияның төрлө сирҙәр булдырыуы бар: һытҡы кеүек ҡәҙимге тире сиренән алып ғүмергә хәүеф менән янаған пневмония һәм менингиты ла, шуға күрә һәр кем айырым йыуғыстан файҙаланырға, һыу процеду­раһынан һуң уны йыуып, киптереп ҡуйырға тейеш.


Вернуться назад