Фәһем алырлыҡ бәйән.Бер ваҡиға мине ныҡ тетрәндерҙе. Беҙ йәшәгән урам йәмәғәт транспорты туҡталышынан йыраҡ урынлашҡан, шуға ҡайһы берҙә такси ҡулланабыҙ. Бер шулай таксиға сығып ултырғас, уны йөрөткән мөләйем, яғымлы егеттең халәтен күреп, хайран ҡалдым. Уның аяҡтары юҡ ине. Машинаға ҡул менән генә идара итә.
Маҡсатлылар бирешмәй
Мин һиҙҙермәҫкә тырышһам да, йөҙөмдә бер аҙ ғәжәпләнеү булдымы икән, ул минән:
– Апай, ҡурҡтығыҙмы әллә? – тип һораны.
– Юҡ, Аллаһы Тәғәлә миңә насар кешеләр ебәрмәй.
– Мин күптән эшләйем. Аяҡтарымды был эштә юғалтманым. Үҫмер саҡта яҡынлашып килгән поезд алдынан йүгереп сығып, ошондай хәлдә ҡалдым. Йүләрлек бәләһе, төҙәтеп булмаҫлыҡ хата.
– Аяҡтары булып та эшләмәй ятыусылар бар, ә һин маладис.
– Әсәйемә рәхмәт, ул һәр ваҡыт дәртләндереп тора. Ул булмаһа, миңә бик ҡыйын булыр ине. Эштәге егеттәргә лә рәхмәт. Машинанан коляскаға төшөп ултырырға йә, киреһенсә, инергә ярҙам итәләр.
– Аяҡһыҙ ҡалдым, тип уфтанып ултырмайһың, эшләп йөрөйһөң, был бит – батырлыҡ, иптәштәреңә аяҡлы булыуҙың ҙур бәхет икәнлеген аңларға үрнәк. Аңлап-хәстәрләп торған әсәйең булыуы ла – ҙур бәхет. Ҡарап барам – арҡаң ниндәй төп-төҙ...
– Эйе, көн дә иртәнсәк физзарядка яһайым. Их, аяҡтарым булһа, әллә ниҙәр эшләр инем...
– Аяҡтарыбыҙ булып та, уның ҡәҙерен белмәйбеҙ ҡайһы берҙә. Ә Аллаһы Тәғәлә бер һынауҙы ла юҡҡа бирмәй. Бәлки, һине ошо хәлдә ҡалдырып, ҙурыраҡ бәләләрҙән алып ҡалғандыр, – тип үҙемсә йыуаттым водитель егетте.
Ошолай матур итеп һөйләшеп барҙыҡ. Ихлас күңелле, асыҡ, ипле егет булып сыҡты. Машинаны ла бик һаҡ йөрөтә.
...Аяҡтар кешегә рәхәтләнеп ергә баҫып йөрөр өсөн бирелгән, тыумыштан бүләк ителгән мөғжизә ул. Беҙ улар арҡаһында донъя гиҙәбеҙ, матурлыҡтар күрәбеҙ, көндәлек тормошто алып барабыҙ... Ҡайһы саҡта үҙебеҙҙең ниндәй ҙур бәхеткә эйә булғаныбыҙҙы аңлап та бөтмәйбеҙҙер... Ошо хаҡта тағы бер миҫал иҫкә төштө. Сере ябай: һаулығы ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, минең яныма шифа эҙләп килеүселәр бихисап.
Тамам килеп терәлгәс......Бер яҡтан икенсе яҡҡа ауа-түнә, саҡ-саҡ атлап килеп инде Зөлфиә.
– Үләм, Зәүхиә, аптырағандан һинең янға килдем, – тине ул.
– Аптырамағандар минең янға килмәй ҙә. Ана шул, “аптырай” башлағас ҡына иҫтәренә төшә, йә теге донъянан иҫкәртеү телеграммаһы килгәс, – тинем мин дә уйынлы-ысынлы.
– Бер рәтем дә юҡ. Ауыртмаған, һыҙламаған ерем бармы икән тәнемдә. Табиптар “ике теҙеңде лә алыштырырға, имплант ҡуйырға ҡала” тинеләр. Ҡәһәр һуҡҡыры, артроз тигән сир. Эшләй-эшләй ҡатҡан, короче. Ул янбаш-бот быуыны боролорға ла бирмәй. Нисек ауыртыуын белһәң! Һөйәк һөйәккә ҡырылып бөткән әллә? Табип йылытыусы парафин, укол билдәләгәс, алған инем. Унан һуң икенсе табип тетмәмде тетеп әрләп ташланы: “Эсең тулы киста, ни өсөн парафин менән йылыттың?!” – тине. Ә кем белгән уны? Ҡушҡас, эшләнем инде.
Бөтөнләй хәл юҡ. Аҙ ғына эшләйем дә инеп ауам. Йөрәк ҡаға, бер бүлмәнән икенсеһенә ингәнсе хәлдән таям. Донъяның да ҡыҙығы ҡалманы.
Нимә тип алһыҙ-ялһыҙ анауса ҙур йортто төҙөнөк икән? Барыһы ла тороп ҡала... Ә мунсабыҙ ниндәй? Ни хәжәтемә ул хәҙер, сабынырға ла ярамағас? Йәшлегемә кире ҡайтһам, нисек йәшәргә белер инем. Мал йыям тип, сир йыйғанмын икән. Иргә лә һау саҡта ғына кәрәкбеҙ: хәҙер иғтибар ҙа итмәй. Балаларға рәхмәт, улар аңлап тора, борсола. “Әсәй, әйҙә, аҡса ла бирәбеҙ, ҡайҙа дауаланып була, бар”, – тиҙәр. Ҡайҙа бар һуң ул дауа? Үлемем килеп етте, ахыры. Һин нимә әйтерһең, Зәүхиә? – тип бер тында үткән ғүмерен һәм уның нәтижәһен һөйләп ишеттерҙе Зөлфиә.
Ысынлап әйткәндә, аҡ халатлы табиптар был ханымды ҡайһы еренән тотоп дауалай башларға тип аптырағандыр. Кешенең үҙ хәлен ниндәйҙер эске бер тойомлау менән аңлауҙан, уның фекерләүенең дөрөҫ йүнәлеш алыуынан дауаланыуҙың ыңғай һөҙөмтәгә килеүенә бәйле осраҡ ине был.
...Зөлфиә эштән бик таушалған ине. Бер ҙә үҙен ҡарамаған, донъя ҡыуған. Ә донъяһы сынъяһау: әллә нисә гектар ерҙә төрлө сәскә, ҡыуаҡ, ағас үҫентеләре үрсетеп һата. Эше бөткөһөҙ: уларҙы үҫтерергә, тәрбиәләргә, ҡаҙып алырға, һатыуға әҙерләргә кәрәк. Әлбиттә, тырышып донъя көтөү – яҡшы. Ләкин үҙеңде лә оноторға ярамай. Беҙҙең тән дә, ағзалар ҙа шулай уҡ тәрбиә көтә. Һәр ғәмәлдә алтын урталыҡ булырға тейешлеген онотабыҙ шул. Урыҫтар әйтмешләй, ”кидаясь из крайности в крайность, найдешь золотую середину, но будешь изрядно побитым”.
Сәмләнә белеү ҙә фарыз...Зөлфиә эшкә нисек тырыш, уңған булһа, үҙен дауалауға ла ғәләмәт әрһеҙлек менән йәбеште. Башта бер аҙ албырғап торҙо, әлбиттә. “Затлы донъяңдың рәхәтен күрергә, мунсаңдың ҡайнар парында миндек япраҡтары ҡойолғансы сабынырға бит һиңә”, – тип мин дә сәмләндерәм. Дауаланырға тотондоҡ. Артабан бүлекләп яҙам.
1. Зөлфиә тәүге сиратта клизма ярҙамында эсәктәрен таҙартырға тотондо. Уның битендәге ҡара таптар тап ашҡаҙан-эсәк системаһының бысраҡҡа тулыуын, унда серегән ризыҡ ҡалдыҡтары барлығын иҫбатлай ине. Был торғонлоҡтоң зыяны ифрат ҙур. Беренсенән, ашаған ризыҡ йүнләп эшкәртелмәй. Икенсенән, эсәктәрҙә инфекция үҫешә, зыянлы бактериялар үрсей. Ит, май, ҡурылған, ыҫланған аҙыҡтар, колбаса-сосискалар рациондан алынды. Картуф, макарон, һөтлө бутҡаларға кәртә ҡуйылды. Былар – ваҡытлыса саралар, кеше шәбәйгәс, артабан нимә ашарға-ашамаҫҡа үҙе хәл итә. Сирҙәрҙең 99 проценты туҡланыуға һәм эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле булыуын ғалимдар күптән иҫбатлаған.
2. Ағзаларҙы йылытып дауаланыуҙан баш тарттыҡ.
3. Таҙа кәрәсин табып, шуны эсә башланы. Иртән, ашарға ике сәғәт ҡалғас, бер ҡалаҡ һыу, шунан бер ҡалаҡ кәрәсин эсергә кәрәк. Интернетта кәрәсин менән дауаланыу тураһында мәғлүмәт күп, әммә уйлап, сама менән файҙаланыу фарыз. Кәрәсин тиҙ арала эстәге сереүҙе туҡтата, торғонлоҡ арҡаһында барлыҡҡа килгән микробтарҙы, паразиттарҙы юҡ итә (Зөлфиә миңә килгәнсе әллә нисә төрлө көслө антибиотиктар яһатҡайны, әммә файҙаһын күрмәгән). Уның янына көслө үләндәр төнәтмәһен аралаштырып эсергә кәрәк: әрем, дегәнәк япрағы һуты, меңъяпраҡ, уҫаҡ ҡайырыһы.
4. Бөтөн быуындарға ла кәрәсин һөртәбеҙ. Кипкәс кенә кейенәбеҙ. Һөрткән кешеләр үҙҙәре генә белә ниндәй еңеллек килгәнен. Ул – тәбиғәттең бер мөғжизәһе. Кәрәсин быуындарҙағы ҡан әйләнешен яҡшырта, елһенеүҙе бөтөрә.
5. Дегәнәк япрағы һутын миҙгел бөткәнсе эсәбеҙ. Ашарға ярты сәғәт ҡалғас, көнөнә өс тапҡыр икешәр аш ҡалағы эсергә кәрәк. Ул тиклем һутты нисек яһарға, тип уйлағандарға ла яуап бар. Уны иттартҡыстан үткәргәс, өҫтөнә бер-ике миллиметр ғына сығып торорлоҡ итеп шишмә һыуы ҡойоп, болғатабыҙ, шунан марля аша һығабыҙ.
6. Лимон файҙаланабыҙ. Аллергияһы юҡтарға бер йәки бер нисә лимонды һығып, һутына шул тиклем үк миҡдарҙа һыу ҡушып эсергә, йәки емеште туңдырғыста ҡатырып, ҡырғыстан ҡырырға кәрәк. Бер ҡырғанда бер йәки ярты лимон файҙаланыла. Ҡайнар һыуҙа болғатып эсергә. Лимон иммунитетты күтәрә, хәлһеҙ организмға көс бирә, тәндәге шлактарҙы сығара. Аҡрын ғына тәнде элекке хәленә ҡайтара. Дөрөҫ ашамау арҡаһында тартылған, һуҙылған ағзалар, тән күҙәнәктәре нормаға килә. Кеше ҡурҡыныс итеп ябыҡмай, ә күҙҙәре нур бөркөп тора. Быуындар ҙа хәрәкәтләнә башлай. Ҡыҫылған нерв күҙәнәктәре эшләй башлай, ҡан юлдары асыла.
7. Дауаланғанда аш-һыу исемлегендә салаттар (бигерәк тә кишер менән сөгөлдөр), яңы һығылған соктар, ҡарабойҙай бутҡаһы, йәшелсә аштары, фасоль, чечевица, ҡара икмәк, кефир, ҡымыҙ, ҡатыҡ, ҡыҙыл борос, һарымһаҡ, һуған, кипкән емештәр, бал, сәтләүектәр, тауыҡ һурпаһы булырға тейеш. Көн һайын бер нисә бытбылдыҡ йомортҡаһын сей килеш һытып эсергә була. Ҡыҫҡаһы, Зөлфиәгә тәбиғи витаминдарҙан, минералдарҙан торған бәләкәй, ләкин файҙалы, иммунитетты күтәрә торған рацион ҡалдырҙыҡ.
8. Зөлфиәгә мотлаҡ сөгөлдөр кеүәҫен эсергә кәрәк ине. Ул бауырҙың эшмәкәрлеген ипкә килтерә, гемоглобинды күтәрә.
9. Физик күнекмәләр булыуы мотлаҡ. Сергей Бубновскийҙың “Упражнения для коленных суставов”, “Лечебная гимнастика при артрозе” тигән күнекмәләрен көн дә иртәнсәк яһай башларға кәрәк. Мин ул табип алдында баш эйәм. Үҙем билем ауырта башлағаны бирле көн дә яһайым, биш минут ваҡыт кәрәк. Билдең ауыртыуын күптән оноттом инде. Хатта күп кенә кеше ошо ысул менән геморройҙы, умыртҡа бүҫерен һәм башҡа сирҙәрҙе лә еңде. Бары тик инструкция буйынса эшләргә һәм, үҙеңдең хәлеңдән сығып, самаһын белеп яһарға ғына кәрәк.
... Тәүҙә Зөлфиәгә тәҡдим ителгән аш рационы уны астан үлтерергә йыйынған һымаҡ тәьҫир итте.
– Кит инде, ошоларҙы ашап тороп буламы?
– Файҙанан башҡа бер ни булмаҫ. Ни өсөн атыу элекке туҡланыуың һине эстән сереткән һуң?
– Киҫәк-киҫәк ит ашаным, майлы һурпа эстем, күмәс, икмәк, колбаса, тәмлекәстәр өҫтәлдән өҙөлмәне. Аяҡ өҫтө, ашыҡ-бошоҡ ашау ҡәҙимге күренешкә әйләнде. Тик шул кимәлгә етермен тип уйламағайным, – тип бот сапты ул.
Кәңәштәргә ҡолаҡ һалӘлбиттә, Зөлфиә урынында бөгөн беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ ҡалыуы ихтимал. Тормош та үҙгәрҙе хәҙер. Һигеҙ сәғәттән торған биш көнлөк эш тәртибе бөттө. Донъя көтөр, балаларҙы үҫтерер, уҡытыр, кейендерер өсөн аҡса күп кәрәк, ә хаҡтар ҡиммәт. Ғәҙәттә, кешеләр алһыҙ-ялһыҙ 12-шәр сәғәт эшләй. Туҡланыу шарттары булмаған эш урындары ла бар. Көн буйы баҫып тороу, йәки ултырып, ҡалҡынып та ҡарарға ярамаған эш төрҙәре лә бихисап. Хоҡуҡ боҙоу икәнлеген белһәләр ҙә, кешеләр, ғәҙәттә, эшһеҙ ҡалмайым тип, бер ни өндәшмәй түҙергә мәжбүр... Хәйер, мин дә – ошо уҡ система ҡорбаны. Көн дә сәғәттәр буйы аяҡ өҫтө дәрес биргәндә, бер кемдең дә, аяҡтарың ни хәлдә, уларҙы һаҡла, тип кәңәш биргәне булманы.
Педсоветта бары тик уҡытыу, белем биреү сифаты хаҡында һөйләштек, ә уҡытыусының һаулығы – иң артҡы планда. Хәйер, бөгөн теләһә ҡайһы эштә лә шулай. Һин йә эшләйһең, йә зарланмайһың. Зарланһаң, ана бара юлың. Ә аяҡтарҙы һаҡлау зарур! Быға бәйле бер нисә кәңәшем бар:
1. Аяҡтарҙы хөрмәт итергә, яратырға, хәстәрләргә кәрәк.
2. Бер ваҡытта ла ҡыҫып, төртөп торған аяҡ кейеме кеймәҫкә. Булмаһа, өҫтөңә арзаныраҡ кейем һатып ал, ә аяғыңа – сифатлыны, һәйбәтте.
3. Артыҡ ауырлыҡ йыймаҫҡа тырышығыҙ. Тимәк, ашауҙы көйләргә кәрәк. Аяҡтар көнө буйы еңел баҫып йөрөргә, әммә Зөлфиәнеке һымаҡ дүрт күнәк картуф күтәреп йөрөргә тейеш түгел.
4. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр йылы, тоҙло һыуға тығып ултырырға. Һөрткәс, массаж яһап алырға.
5. Эш төрөнә ҡарап, аяҡтарҙың торошон тикшереп торорға. Көн буйы баҫып торһаң, йоҡлар алдынан мотлаҡ аяҡтарҙы күтәреп ҡуйып, ятып торорға.
6. Оҙаҡ ултырып эшләй торған эш булһа, көн үҙәгендә нисек тә яйын табып, баҫып тороп бармаҡ остарына күтәрелеп-төшөп алығыҙ.
Тубыҡтарҙағы быуындарҙы уңға-һулға әйләндереп алығыҙ. Шулай иткәндә уларға ҡан килә, ҡатмайҙар.
7. Хатта торорға ла ваҡыт булмаһа, был бик насар эш. Ул саҡта инде, исмаһам, ҡулдарығыҙ менән көн үҙәгендә аяҡтарҙағы мускулдарға массаж яһап тороғоҙ. Ауыртҡан, ҡатҡан ерҙәргә бигерәк тә. Тубыҡтарға һуғып-һуғып алығыҙ.
8. Иртәнсәк уянғас, аяҡтарҙың табандарын ситкә, алға-артҡа һуҙып алығыҙ. Бәкәлдәрҙәге быуындарҙы ла уңға-һулға әйләндерегеҙ. Иренмәйенсә, велосипед “әйләндереп” алһағыҙ ҙа була.
9. Аяҡ билдән башлана. Бил ныҡ, сәләмәт булһа, аяҡтар ҙа ышаныслы йөрөй. Билдә бүҫер, йә нерв ҡыҫылған булһа, хәл хөрт. Шуның өсөн С. Бубновскийҙың “Комплекс упражнений для поясничного отдела позвонка” тигән күнекмәләренең ғәләмәт шәп икәнен белеп тороғоҙ, өйрәнегеҙ, көн дә эшләгеҙ. Ул күнекмәләр еңел, 5-10 минут ваҡыт талап итә. Йоҡонан уянғас, урындан тормай эшләһәң дә була. Билдән түбән мускулатураны ғына нығытып ҡалмай, бөтөн умыртҡа һөйәгенә файҙалы, билдәге, муйындағы, күкрәк өлөшөндә ҡыҫылған нервылар, хондроздар юҡҡа сыға. Бер кемгә лә зыяны юҡ.
10. Аяҡ табанында бик күп мөһим нөктәләр бар. Шуға аяҡ табандары өсөн массажер күрһәгеҙ, аҡса йәлләмәгеҙ, алығыҙ. Ифрат файҙалы. Телевизор ҡарарға барыбыҙ ҙа ярата. Шул саҡта әкрен генә, үҙ яйығыҙға массаж яһап ултырығыҙ. Махсус ваҡыт бүлә алһағыҙ, тағы ла яҡшы. Табанына массаж яһап торған кешенең хәтере ныҡ шәп була, ҡолаҡтары һәйбәт ишетә. Ә аяҡтарға ниндәй ҙур файҙа! Ҡан әйләнеше һәйбәт булһа, аяҡта веналар ҡалҡмай, шеш булмай, булғаны кәмей.
11. Мөмкинлек сыҡҡан һайын йәйәү йөрөгөҙ.
12. Быуындар, һөйәктәр өсөн иң файҙалы ризыҡтар – ат, кәзә һөтөнән ҡымыҙ, бытбылдыҡ йомортҡаһы (сей көйө эсеү), ҡатыҡ, кефир, эремсек һыуы, ҡойҡа һ.б.
Аяҡ таяҡ булмаһынАяҡтарҙы нисек сәләмәт тотоу хаҡында тағы ла күберәк яҙырға була. Тик шуныһы: кеше проблеманың мөһимлеген аңлауы, кәрәкле мәғлүмәтте табыуы һәм файҙалы кәңәштәрҙе ҡулланыуы фарыз, сөнки запас аяҡтар юҡ. Һәр кемдең үҙенән тора – ваҡыт юҡҡа һылтанмағыҙ. Ул саҡта пенсияғыҙҙы үҙ аяҡтарығыҙҙа йөрөп тотонорһоғоҙ, рәхәтен күрерһегеҙ.
Күптәрҙе, әлбиттә, яҙманың геройы Зөлфиәнең яҙмышы ҡыҙыҡһындыралыр. Минең янға көскә атлап килеп ингән ҡатын хәҙер юҡ инде. Яңылыш аңлай күрмәгеҙ – иҫән ул, сөнки үҙен дауалауға шул тиклем тырышып тотондо, шуға һөҙөмтә лә көттөрмәне. Бөгөн ул – ике бите янып торған, йөҙөндә бер ҡара табы ҡалмаған, шеш әҫәре лә күренмәгән, баҫҡысты йүгереп кенә менгән, биш йылға йәшәргән ханым.
– Кешеләр аптырай: үҙгәреп, матурайып киттең, тиҙәр. Вәт бит, күп ашау, ул ғына түгел, нимә тура килде, шуны һоғоноу, үҙ-үҙеңде яратмау, ҡарамау нимәгә алып барып еткергән. Табиптар ҡул һелтәгәйне бит инде. Тырыштым, әлбиттә. Физзарядка әле лә яһайым. Ашауым да бүтән төрлө. Салат та яһап өлгөрәм. Баҡсамда иһә эшселәр ялланым. Вәт иҫәр булғанмын – бөтөн эште үҙеңә бөтөрөп буламы? “Сама” тигән ғәмәлде үҙләштерәм. Йәшәүе лә күңелле булып китте. Ул дегәнәк һуты ифрат шәп икән. Ғүмер буйы һарай аръяғы тулып үҫте, ә мин белмәгәнмен дә файҙалы икәнлеген. Ҡорһағым шиңде. Өлгәшелгән менән туҡтарға йыйынмайым. Күпме үләндәр янынан уҙып йөрөп, шуны ла йыйып эсә белмәгәнмен, тип үкенәм. Берҙе үлем күҙенә ҡараным инде. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт, әмәлен бирҙе, аҡылға ултыртты, – тип һөйләне хәлен миңә Зөлфиә.
Бына шулай: аяҡ һәм таяҡ һүҙҙәре бер генә хәреф менән айырыла. Хәстәрлек күрелмәһә, аяҡтың ана шул “таяҡҡа” әүерелеүе бар шул. Ошо хаҡта гәзит уҡыусылар ҙа уйланһын ине.