Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән һорауҙарға асыҡлыҡ индереү эше туҡтауһыҙ бара.
Сираттағы хат:
“Өфөгә Затон яғынан ингән юл буйындағы өй күсерелмәне, уға ҡыйбатлы ҡоймалар ҡуялар, өҫтәүенә эргәһендә – нигеҙһеҙ рәүештә эленгән тиҙлекте кәметеү билдәһе. Был үткән бар кешегә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ниңә улай булған, кем шуға юл ҡуйған? Был йорттоң хужаһы ҙур етәксеме, әллә төҙөлөш ойошмаһы начальнигымы, танышлыҡ буйынса өйөн күсертмәүгә өлгәшкәнме? Ул осраҡта башҡалар өсөн шул уҡ майҙандан мәжбүри тәртиптә фатир биреү законы ҡайҙа? Кешеләрҙе йонсотҡан был ваҡиғаны тикшерергә кәрәк”.
Хатҡа Өфө ҡалаһы хакимиәтенән яуап бирҙеләр:
“Өфөгә Затон яғынан ингән юл буйындағы йорт С. Чекалин, 12 адресы буйынса урынлашҡан. Уны алыу буйынса эш судтың беренсе һәм апелляция инстанцияларында ҡаралды, ошо нигеҙҙә шулай уҡ суд экспертизаһы үткәрелде.
2018 йылдың июлендә республика Юғары судының апелляция ҡарарына ярашлы торлаҡ йортон алыу өсөн милек хужаларына компенсация түләнде.
Ҡануниәт буйынса, ошо хаҡ ҡапланғандан һуң ғына күсеү процедуралары башлана ала. Шулай уҡ милек хужаһы, компенсация түләнгәс, яңы йәшәү урыны һайлау, алыу һәм күсеү маҡсатында әлеге йортонда алты айға тиклем ҡалыу мөмкинлегенә эйә.
Әле өйгә хоҡуҡи йәһәттән Өфө ҡалаһы хакимиәте хужа, йортто һүтеп күсереү 2019 йылдың икенсе кварталына планлаштырылған”.