Алтын — ерҙән, ғалим илдән сыға30.05.2012
Алтын — ерҙән, ғалим илдән сығаҺуғыштан һуңғы йылдарҙа яуҙан ҡайтҡан ағайҙарҙың бер нисә йыйылыр урыны булыр ине. Был урындар — ауылдың уңайлы берәй ҡалҡыу ере, бәләкәй генә магазин йәки клуб алды. Тәмәке төрөп көйрәтәләр, көндәлек эш хаҡында әңгәмәләшәләр, күргән-кисергән һуғыш мажараларын хәтерләүгә төшөп китәләр, үҙ-ара төрлө мәҙәктәр ҙә һөйләп алалар.
Беҙ — малайҙар — шул ағайҙар тирәһендә уралышабыҙ. Юҡ-юҡта, күҙ ташлап, беҙгә лә берәй һүҙ әйтеп ҡуялар. Шундай “йыйылыш”тарҙың береһендә, яныбыҙҙан үтеп барған ҡара ҡаҡса малайҙы күреп, яугир, һынамсыл ҡарашлы Сәйфетдин ағай:
— Күрерһегеҙ, ошо егеттән рәт сығасаҡ, ҙур кеше буласаҡ ул, — тип ҡуйҙы. Тиңдәштәренән берәү:
— Күрәҙәсе инде һин, бөтәһен дә алдан беләһең дә ҡуяһың, — тип мыҫҡыллы йылмайҙы.
— Белә, дөрөҫ һөйләй, — тип һуҙып ҡына әйтеп ҡуйҙы Ғамбар тигән ағайыбыҙ. — Уның атлап йөрөшөндә ниндәйҙер хикмәт бар. Эстәге хикмәт тыштан да күренә ул.
Бөтә ауыл бала-сағаларын ғына түгел, хатта оло йәштәгеләрҙе лә ауыҙына ҡаратып кәрәкле хәл-ваҡиғаларҙы көлкөлө, тәрән мәғәнәле итә белеүсе Ғамбар ағайға ҡаршы әйтеүсе табылманы, әлбиттә. Уның алдына сыға алмаҫын һәр кем аңлай ине.
Ә был ҡаҡса малай Баязит ине. Бер саҡ мин уның Муса Йәлил китабын бер асып, бер ябып Тәйрүк йылғаһы яры буйлап йөрөгәнен күрҙем дә янына килдем. Һорауымды ла көтмәй:
— Тетрәткес шиғырҙар, бик күптәрен хәҙер яттан беләм, — тине ҡәнәғәтлеген моңһоу йөҙөндә сағылдырып.
— Ә Мәжит Ғафури нисек?
— Уны мин әллә ҡасан ятлағанмын.
Фәстерәлер тигәйнем дә, һуңғараҡ уны ла яттан һөйләп аптыратты. Ул башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен дә яттан белә ине, тиһәм, моғайын, арттырыу булмаҫ. Үҙебеҙҙә, Хәйбулла һәм башҡа шул яҡ райондарҙа уҙған һабантуйҙарҙа, бүтән сараларҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы яулауы — әйтелгәндәремә дәлил. Төйәгемдә талантлылар күп ине. Тормош-донъяға фәлсәфәүи ҡараш, мәҫәлән, ҡыҙыҡлы һүҙ оҫталары булған олатай-өләсәйҙәр, ағай-апайҙар даирәһендә үҫтек беҙ.
Баязит та бәләкәйҙән отҡор, беше башлы малай булды. Олораҡтар менән аралашырға яратһа ла, уйын-көлкөгә тиҫтерҙәренән ҡалышмаһа ла, әммә кәсепкә йыйылышып, махурка урап, төрлө хәбәр, юҡ-бар гәп һатҡан урындарҙа күренмәне тиерлек. Һәр нәмәгә етди ҡарашлы, һәлмәк һүҙле, сабыр холоҡло булды. Бала саҡтағы холоҡ-ҡылыҡ олоғайғас та үҙ асылыңда йәшәй. Баязит та ғүмерлеккә үҙгәрмәне — һәр саҡ үҙе булып ҡалды.
Һуғыш алды һәм һуғыш осоронда тыуған балалар, уларҙың әсәләре, апай-ағайҙары өлөшөнә төшкән ауырлыҡтар хаҡында күпме һөйләнмәһен, күпме яҙылмаһын, кинофильмдар төшөрөлмәһен, барыбер был йылдарҙағы фажиғәләрҙе асып, күрһәтеп бөтөрөү мөмкин түгелдер, моғайын. Сөнки һәр кемдең, һәр йорттоң үҙе генә белгән ғәм-хәстәре, ҡайғы-хәсрәте, фажиғәһе бар бит. Баязиттарҙыҡы ла шулай ине. Хатта уның балалығына төшкән ҡайғы-хәсрәт тиҫ-терҙәренекенән ҙурыраҡ та, әсерәк тә булғандыр.
Ил өсөн һуғыштың иң хәтәр осоронда — 1942 йылдың 26 майында донъяға килгән малайға атай иркәләүен генә түгел, йүнләп әсә наҙын да татырға тура килмәй. Сөнки мәле шундай ине. Баязиттың әсәһе — Зәйнәп апай — күрше Сәлих ауылында ойошторолған бик ҡыҫҡа осорло механизаторҙар курсын тамамлап, ”Урал” колхозының (ул саҡта беҙҙең колхоз шулай атала) ДТ тракторына ултыра. Сабыйы тыуғас та, балаһын әсәһенә ҡалдырып, яңынан эшенә тотона. Бөтә ир-ат эшен үҙ елкәләренә алған Зәйнәп апайҙар, һары таңдан ҡара кискә тиклем кесерткән ашы, алабута икмәге ашап, үтәнән-үтә ел-һыу үткәргән йоҡа көпө, аяҡтарына сабата кейеп ҡайҙа ғына эшләмәне! Ул саҡтағы тракторҙы ташҡа үлсәйем: бер нисә сәғәт эшләһә, көндәр, ҡайһы саҡ хатта төндәр буйы йүнәтергә кәрәк. Ремонтларға запчастары бармы һуң әле...
Бәләкәй саҡта ишеткән бер мәрәкә ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Ауыл осонда туҡтаған тракторын Зәйнәп апай тоҡандыра алмай яфалана икән. Шул саҡ төрлө мәҙәк хәбәрҙәр һөйләргә, таҡмаҡтар сығарырға яратыусы Шакир ҡарт янына килә. Ҡыҙыҡһынып ҡарап торған ағайға Зәйнәп апай иларҙай булып: ”Йылмайып торғансы, берәй ҡыҙыҡлы таҡмаҡ сығарыр, күңелде күтәрер инең”, — тип мөрәжәғәт итә. Ҡарт шунда уҡ: ”Тракторы тырлайҙыр ҙа тракторы туҡтайҙыр, уны тоҡандыра алмай Зәйнәп һеңлем илайҙыр”, — тип таҡмағын әйтеп тә ҡуя.
Эйе, ул хәтәр йылдарҙа баҫыу башында, билен ир-аттар урынына биштән быуып, аслыҡтан, эштән хәлһеҙләнеп Зәйнәп апай һыҡтаһа, өйҙә әсәһен имергә, берәй ризыҡ ҡабырға зар-интизар булып ятҡан Баязит исемле сабыйы илай. Ярай әле уның янында һәр саҡ мәрхәмәтле өләсәһе була. Мөләйем йөҙлө, изге күңелле, ғәҙел һүҙле, егәрле өләсәһе — Кинйәбикә инәй малайҙың яҡлаусыһына, һаҡлаусыһына, күҙ терәге булып ҡалған ышанысына әүерелә. Кулак тип ҡулға алынып, Себергә һөргөнгә ебәрелеп, шунда һәләк булып ҡалған ире Миңлебайҙан балалары менән япа-яңғыҙ ҡалған был ҡатын кескәй ейәненең зарын да, һаулығын да, хыялын да — барыһын да аңлай. Туҡтауһыҙ хәстәрлек күрә. Бик ауырға төшә өләсәһенә. Һаулығы арҡаһында һуғышҡа алынмаған, ат ҡараусы булып эшләгән атаһы Сабирйән ағайҙан әллә ни ярҙам, хәстәрлек күреп булмай. Оҙаҡламай ул, көтмәгәндә ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға өйләнә.
Яу осоронда, ул башланыуға әҙ генә алдараҡ тыуған сабыйҙарҙың ҡот осҡос балалыҡтарын уларҙың әсәләре, атайҙары, яҡындары — ололар яҡшы белә, белә генәме һуң! Был хаҡта уйлаһалар, эс-бауырҙары өҙөлөп киткәндәй була, күҙҙәренән йәш бәреп сыға. Сөнки күптәренең сабыйҙары аслыҡ-яланғаслыҡтан, Еңеү яҙына етә алмай, гүр эйәләре булып ҡуйҙы. Минең дә ике апайым шул зыяратта. Ә бына һуғыш алдынан ғына тыуған Шамил исемле ҡустымды төш һымаҡ ҡына хәтерләйем. Ябыҡ ҡына ҡул-аяҡтарын болғай-болғай йылмайырға тырышып, нимәлер бығырлап, үҙенсә “һөйләшеп” ятҡаны һаман күҙ алдымда. Ауырыуҙанмы, аслыҡтанмы — әжәле ҡапыл ғына булды.
Күпме йәштәштәр, тиҫтерҙәр шулай китте. Ҡайһы берҙәребеҙгә генә ғүмерҙе дауам итеү насип булған. Эйе, әжәл үтә аяуһыҙ ине ул йылдарҙа. “Йәштәштәрем” тигән шиғырымда әйтелгәнсә:
Сабый килеш алды байтаҡтарҙы,
Ҡотҡарманы доға, күҙ йәштәр.
Ниндәй ҡөҙрәт менән ҡалдыҡ икән
Шул мәлдәрҙә, йә, беҙ — йәштәштәр?
Өләсәһе, әсәһе, Мәрйәм апаһы һәм, әлбиттә, Хоҙай ҡөҙрәте менән Баязит та, аслыҡ-яланғаслыҡ тырнағынан ҡотолоп, иҫән ҡала. Хәйер, аслыҡ-яланғаслыҡтан, хәйерселектән һуғыш бөтөү менән генә нисек ҡотолаһың? Уның яраларын уңалтыр, бөтөрөр дарыу бармы ни? Берәүҙәр һуғышта ятып ҡалған яҡындары өсөн көнө-төнө һыҙланһа, икенселәрҙең үҙе генә белгән, күңелен әрнеткән, йөрәген өйкәп йөрөгән йән яралары бар. Уларҙы һөйләп тә, аңлатып та булмай. Бигерәк тә бала кешегә. Баязитҡа ошо әсе уй-тойғоларҙы сабый сағынан уҡ үҙәгенән үткәрергә, кисерергә, сыҙарға тура килә. Бәләкәй сағынан бөтәһен дә ир-егеттәрсә кисерергә тырыша. Юҡҡа ғынамы ни бер әңгәмәһендә (”Башҡортостан” гәзите, 25.05.2002 й.) хәбәрсенең ”Тормошта һеҙ ниндәй кеше?” тигән һорауына: ”Мин ғүмерем буйы ике ҡағиҙәгә таянып йәшәнем: сабырлыҡ һәм ғәҙеллек”, — тип әйтмәгәндер.
Һәр ғаиләгә, һәр кешегә фажиғәләр алып килгән һуғыш йылдары үтеп китһә лә, аслы-туҡлы, яланғас, бөлгөнлөккә төшкән тормош байтаҡ осорға һуҙылды.
Өләсәһенең ҡул араһына ингән ярҙамсыл малайының яралы күңелен, үҙенең яңғыҙлығын, яҙмыш ауырлығын уйлап, Баязиттың әсәһе, тағы ла бер тапҡыр кейәүгә сығып, бәхетен һынап ҡарай. Ләкин Зәйнәп апай үҙенә лә, улына ла яңы ҡыйыҡ аҫтында һыйыныр, йылыныр урын таба алмай. Баштараҡ әҙәпле, баҫалҡы ғына күренгән абзый, “һуғып алһа”, икеһен дә юҡ-бар һүҙҙәр менән әрләй, кәмһетә, хурлай, хатта ҡул күтәреүҙән дә баш тартмай.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡ бер көндә иҫерек килеш: “Ниңә мин һеҙҙе ҡарарға тейеш?! Малайың бында нишләп йөрөй?!” — тип әсәһенә ташланып, һуғып ебәргәс, ҡанды күреп, ун йәше менән барған Баязит, сая бөркөт балаһылай, әсәһен яҡларға ташлана. Алыш ир кеше еңеүе менән тамамланһа ла, уны “атай” булмаҡсы әҙәм йыртҡыстай ажғырып, йоҡа күлдәктән, ойоҡсан килеш тышҡа ҡыуып сығарһа ла, малай ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы ихтыярын, егетлеген күрһәтә. Яңынан ул ҡәҙерле Кинйәбикә өләсәһенең ҡуйынына һыйынғас, ныҡ өшөүҙән, ғәрлегенән ярһып-ярһып илаһа ла, күңел төбөндә әсәһен, хаҡлыҡты яҡларға көс таба алғаны өсөн йөрәгендә ҡәнәғәтлек тойғоһона ҡушылған ғорурлыҡ та уяна. Яҡындарын, башҡаларҙы яҡлау, ғәҙел булыу кеүек изге тойғолар уның күңелендә ғүмерлеккә һаҡланып ҡала...

- 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын, ике йылдан ошонда аспирантура тамамлап, 27 йәшендә философия фәндәре кандидаты тигән ғилми исем ала.
- 1986 йылда Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.
- 1989 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, философия фәндәре докторы, профессор дәрәжәһенә күтәрелә.
- 1997 йылдан — Халыҡ-ара психология фәндәре академияһы ағзаһы. Ошо йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
- РФ Философия йәмғиәте президиумы (1999 й.), РФ Тәбиғи фәндәр академияһы (2000 й.) ағзаһы.
- Уның эштәре Американың биографик институты һәм Бөйөк Британияның Кембридж Халыҡ-ара биографик үҙәге менән билдәләнгән, исеме ХХ–ХХI быуаттың 2000 бөйөк ғалимдары рәтенә индерелгән.
(Аҙағы бар).
Риф МИФТАХОВ.


Вернуться назад