Баш ҡалала йәнә буран сығып тора. Ҡар күп яуғанлыҡтан, юлдарҙы таҙартыу әүҙем бара. 300 берәмектән ашыу техника йәлеп ителгән. 140-тан артыҡ кеше тротуарҙарҙы һәм транспорт туҡталыштарын ҡарҙан арындыра. Йорт ихаталарын меңдән ашыу урам һепереүсе һәм 130 берәмек техника таҙалай. Оло юлдар боҙлауыҡҡа ҡаршы матдәләр менән эшкәртелә.
Шулай ҙа өфөләр хатта үҙәк урамдарҙа “аяҡ аҫты бутҡа” тип зарлана. Водителдәргә лә “тимер ат”ын йөрөтөүе ҡыйын. Был осраҡта юлдағыларға һаҡ булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә генә ҡала.