Шишмә районының Шиңгәккүл станцияһында 32 йәшлек ҡатын поезд аҫтында ҡалған һәм йәрәхәтләнеүҙән шунда уҡ йән биргән.
Махсус күпер 100 метр алыҫлыҡта ғына булһа ла, ҡатын тыйылған урындан сыҡҡан. Машинист уны күреп ҡалып, тормозға баҫһа ла, юғары тиҙлектә килгәнлектән, составты туҡтата алмай. Күрәһең, йәйәүле поездың яҡынлашыуын шәйләп өлгөрмәгән.
Ваҡиға урынында Траснспорттың Волга буйы тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре фажиғә эҙемтәләрен тикшерә.