Сүп-сарға квитанция килде21.01.2019
Сүп-сарға квитанция килдеӨфөләр ғинуар айына коммуналь түләүҙәр өсөн квитанция ала башланы. Унда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн һәр кешенән 70 һум күләмендә түләү билдәләнгән. Был – төбәктә раҫланған иң юғары тариф.

Өфө, Архангел, Балаҡатай, Дыуан, Иглин,Ҡырмыҫҡалы,Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Кушнаренко, Благовар, Благовещен, Өфө һәм Шишмә райондары ҡараған 1-се зона төбәк операторының эшмәкәрлеге һәр кешегә 70 һум тәшкил итә. Элек сүп-сар йыйыу ойошторолмаған урындарҙа хәҙер һәр кемдән 35 һум аласаҡтар.



Вернуться назад