1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышына тиклем башҡорт халҡы, Рәсәй дәүләтенең һуғышсан ҡатламы исемлегенә индерелеү сәбәпле, был дәүерҙә бөтә төр яһаҡтарҙан азат ителә.
Һәр һуғышсы тәүлек эсендә әҙерләнеп, ҡылыс, ағас һаплы һөңгө, йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, бер айлыҡ аҙыҡ-түлек алып, поход старшинаһы етәкселегендә, ике яҡшы аттың береһенә атланып, икенсеһен йәнәштән эйәртеп, билдәләнгән урынға килеп етергә тейеш булған.
Тарихтан билдәле булыуынса, 7-се кантон бүленешенән, хәҙерге Ғафури, Ишембай райондары биләмәһенән 1811 йылдың майында, Ишәй ауылы янында, Йомағолов тигән поручик тарафынан бер мең һыбайлы казактан торған резерв командаһы төҙөлә. Командаға, минең фараз буйынса, тыуған ауылым Яугилденән туғыҙ уҙаман эләгә. Беҙҙең яҡтан йыйылыусыларҙы ауылдашыбыҙ, поход старшинаһы Таһир Ғәбитов Шахтау артындағы Ишәйгә алып бара. Һуғыш башланғас, ошо уҡ биләмәлә 12-се һәм 13-сө полктар төҙөлә. Уларға ла беҙҙең яҡташтар йәлеп ителгән тип әйтергә нигеҙ бар.
Поручик Йомағоловтың командаһы Курск губернаһында ҡыш сыға һәм 1812 йылдың башында Луцкка йүнәлә. Шул ерҙә генерал П.И. Багратион 1-се башҡорт полкы менән 2-се полкка смотр үткәрә. Полктар мартта көнбайыш сиккә барып етә һәм Олеске исемле белорус ауылы янына урынлаша. Ул полковник Иловайскийҙың 1-се бригадаһына инә. Был бригада 2-се көнбайыш армияның 5-се атлы дивизияһы составында була. Ә инде июндә 2-се полк генерал А.И. Тормасовтың 3-сө армияһы составына күсерелә һәм Почекай кардоны начальнигы хорунжий Миловановҡа буйһондорола. Улар Австрияның 20 – 30 мең һалдаттан торған ғәскәренең һуғышҡа әҙерләнеүе тураһында мөһим мәғлүмәт йыя.
16 июлдә полк Кобрин тигән урында француздар менән тәүге бәрелешкә инә. 8 октябрҙә поляк генералы Кнопка отрядтарын ҡыйратҡанда, беҙҙекеләр күп кенә юғалтыуҙарға дусар ителә. Шул уҡ йылдың ноябрендә полк генерал-майор Булатов корпусында Чичагов армияһы составында көрәшә.
1813 – 1814 йылдарҙа 12-се һәм 13-сө полктар менән 2-се полк сит ил походтарында һуғыша. 1813 йылдың октябрь башында 13-сө полк менән Дрезден ҡалаһын, 12-се, 13-сө полктар менән берлектә Глогау крепосын ҡамауҙа ҡатнаша (тарихи документта был турала “окружение” тип яҙыла). 9-сы полкта ла беҙҙең яҡ башҡорттарының булыуы билдәле.
Шулай итеп, 7-се кантон башҡорттарынан төҙөлгән полктар урыҫ армияһының башҡа берләшмәләре менән берлектә Париж нығытмаларын ҡыйратыуҙа ла батырлыҡ күрһәтә һәм тәүгеләрҙән булып француздарҙың баш ҡалаһына бәреп инә. Улар ҙа төрлө дәрәжәләге тәре менән бүләкләнгән, тик ни өсөндөр был турала Башҡортостандың Дәүләт архивында мәғлүмәттәр бик аҙ.
1812 йылғы Ватан һуғышында ауылыбыҙҙан байтаҡ кеше ҡатнашҡан, ләкин әлегәсә уларҙың теүәл һаны билдәһеҙ ҡала. Сәбәп шунда: 1836–1839 йылдарҙа француз яуының шул осорҙа иҫән булған яугирҙәрен генә иҫәпкә алалар. Нәҡ ошо мәғлүмәттәр күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың китабында донъя күргән дә инде. Унда ике генә ауылдашыбыҙҙың исем-шәрифе теркәлгән. Улар: Наполеон ғәскәрҙәрен ҡыйратҡанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн икешәр миҙал менән наградланған данлыҡлы 12-се башҡорт полкы яугирҙәре Кинйәбулат Көҫәпҡолов менән Ҡанмырҙа Ҡәйепҡолов. Шул уҡ ваҡытта юғарыла телгә алынған француз яуы батыры — походный старшина Таһир Ғәбитов (1787–1821) тураһында, билдәле сәбәптәр арҡаһында, китапта бер һүҙ ҙә яҙылмаған.
Ғөмүмән, Париждан еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ тураһында тулы мәғлүмәтте республика архивтарында табыу мөмкин түгел. Бының өсөн тарихсыларыбыҙ, айырыуса аспиранттар тиҙ арала Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа тарафтарҙа етди эҙләнеү эше алып барһа ине. Юғиһә, Ватан һуғышы башланыуға 200 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сараларҙың мәртәбәһе түбән буласаҡ.
Кәрим БУЛАТ.
Ғафури районы,
Яугилде ауылы.