Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән ҡоштар һанын иҫәпләне.
Иҫәп алыу мауыҡтырғыс булды: кемдер ҡоштарҙың төрҙәре менән танышты, белемен арттырҙы, тәбиғәт матурлығына һоҡланды.
Ғөмүмән, һыу ҡоштарын иҫәпләү акцияһы Рәсәйҙә дауам итәсәк. Иҫәп алыуҙа ҡатнашыусылар бинокль, фотоаппарат, блокнот менән “ҡораллана” торһа ла була.