Ингушетияның Назрань ҡалаһы мэры Алихан Тумгоев биләмәләге санитария торошон яҡшыртыу өсөн көрәшеп арығандан һуң мөһим ҡарарға килгән.
“Мин – ҡала башлығы, даими рәүештә санитария торошон, урамдарҙағы тәртипте күҙәтәм, йөрөйөм, сүпле пакеттарҙы йыям. Ә һеҙ йылыла тыныс ҡына ултыра бирәһегеҙ. Башҡаса эш былай бармаясаҡ, төрлө шарттарҙа эшләгән ябай хеҙмәт кешеләренә эш хаҡы арттырыласаҡ, ә предприятие етәкселәренә – кәметеләсәк”, – тип белдергән ул “Инстаграм”да.
2017 йылда 400 ғаилә йәшәгән йортта иҫке торбаларҙы алмаштырыу менән бәйле газ килеү туҡтатылғас, Тумгоев уларға теләктәшлек йөҙөнән үҙенең йортона ингән газды ла туҡтатып торған. Бына шундай ҡыҙыҡ, бер чиновникка ла оҡшамаған мэр етәкселек итә Назрань ҡалаһына.