Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда 35 йәшлек иҫерек ирҙе тота, суд 30 мең һумлыҡ штраф һалыу тураһында ҡарар сығара. Тик ир уның тураһында “онота”.
Дүртөйлө районы суд приставтары был иргә ҡарата башҡарыу эше ҡуҙғата һәм ваҡытында суд ҡарарын үтәмәүҙең эҙемтәләрен аңлата. Был банк иҫәбенә һәм мөлкәткә арест һалыу, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, 15 тәүлеккә тиклем һаҡ аҫтына алыу, шулай уҡ штрафтың икеләтә артыуы булырға мөмкин.
Әммә бурыслы ир был талаптарҙы ла “ишетмәй”. Шуға күрә суд приставтары протокол төҙөй. Суд уның штрафын икеләтә арттыра. Ваҡытында был турала уйлап та бирмәгән ир һөҙөмтәлә 90 мең һум штраф түләп саҡ ҡотола.