1990 – 2000 йылдарҙа "Зима-холода", "Звезды как она", "Милая моя далеко", "Мальчик-бродяга" йырҙары менән танылыу яулаған Өфө егете Андрей Губин күптән телевизор экрандарында күренмәй. Йырсыға нимә булған һуң?
Баҡтиһәң, ул нервы системаһына бәйле ауырыу менән яфалана, бит һәм күҙ мускулдары тартышыуҙан йонсой. Ошо көндәрҙә Беренсе каналдағы "Бөгөн иртән" тигән тапшырыуҙа ул: "Миңә табиптар күптән ҡул һелтәне. Мин күптән аяҡ һуҙырға тейеш инем, әммә Андрюша тиҙ генә бирешмәй", – тине.
Хәҙер Андрей Губин Өфөлә йәшәй. Һауығып, ҡабаттан сәхнәгә сығырға ниәтләй. Әле сәләмәт ваҡытта йыйған аҡсаһы иҫәбенә көн күрә.
Йырсы рәсми рәүештә ғаилә ҡормаған, балалары юҡ.