Ҡотҡарыусы табылды!21.01.2019
Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә биш малай һәм бер ҡыҙ көлөшә-шаярыша Өфө йылғаһының бейек ярындағы һырғалаҡтан эйгән. Тимур менән Дим бергәрәк йөрөгән. Малайҙар аҙаҡтан йылға ҡарарға тип ситкәрәк киткән... һәм, көтмәгәндә боҙ ватылып, ике иптәштең береһе һыуға бата башлаған.

Дим ҡаушап ҡалмаған, киреһенсә, дуҫының ҡулынан тартып сығармаҡсы булған, шул уҡ ваҡытта өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырған. Малайҙың атаһы йәһәт кенә килеп етеп, йылға төбөнә китә яҙған Тимурҙы һөйрәп сығарған.

– Былар барыһы ла шул хәтлем йәһәт булды. Улымды машинаға ултыртып өйгә алып ҡайтып киттем, хатта Димдең атаһының исемен дә һорашмағанмын, – тип һөйләй Урал Исмәғилев.

Улы Тимурҙы бәләнән аралағаны өсөн уның атаһы ҡотҡарыусыларҙы эҙләгәйне, бына кемдәр улар көн геройҙары – Дмитрий һәм Алексей Солнцевтар!




Вернуться назад