Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан21.01.2019
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә Сибайҙың ҡалаһының ҡайһы бер урамдарында лабораториялар һулар һауала көкөрт диоксиды миҡдарының 19 тапҡырға юғарыраҡ булыуын теркәгән. Ҡала хакимиәте был турала рәсми иҫкәртеү яһаны.

Документта әйтелгәнсә, “Нуриманов урамындағы 9/1-се йорт эргәһендә һауала көкөрт диоксиды норманан – 19 тапҡырға, Таусылар проспекты менән Ленин урамы киҫелешендә – 4,8, Ленин һәм Пионер урамдары киҫелешендә – 2,8, Салауат Юлаев һәм Матросов урамдары киҫелешендә – 10,4, Белов һәм Чайковский урамдары киҫелешендә – 2,8 Белов урамы менән Таусылар проспекты киҫелешендә 2,4 тапҡырға юғарыраҡ”.

Сибайҙарға урамға сыҡмаҫҡа, биналағы һауаны дымландырып торорға, физик әүҙемлекте кәметергә, шыйыҡсаны күпләп эсергә, йышыраҡ йыуынырға, күҙҙе, танауҙы, ауыҙҙы һыу менән сылатырға кәңәш итәләр.





Вернуться назад