IX класс уҡыусылары өсөн 2018/2019 уҡыу йылында мөһим яңылыҡ индерҙеләр: Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыр алдынан улар мотлаҡ рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһендә ҡатнашырға тейеш, уны үткәреү көнө итеп 13 февраль билдәләнгән.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыған белем усағында 30 ғинуарға тиклем был турала ғариза яҙырға тейеш. Бөтәһе дүрт эш әҙерләнгән: тексты үҙалдыңа уҡыу, өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыландырып уның эстәлеген һөйләп биреү, алдан һайланған бер тема буйынса монолог әҙерләү һәм имтихан алыусы менән әңгәмәләшеү.
Бөтәһе 15 минут ваҡыт бирелә, ә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә – 30 минут. Әңгәмәне уңышлы үтеүселәргә генә Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын бирергә рөхсәт ителә. “Незачет” алғандар йәки билдәле сәбәптәр арҡаһында килә алмағандар тағы ике тапҡыр – 13 мартта һәм 6 майҙа һынау тота.