4 августан автомобиль хужалары һатып алынған транспорт сараһына теркәү урыны буйынса яңы номер билдәһе алырға тейеш. “Транспорт сараһын дәүләт теркәүе тураһындағы” законға ошо хаҡта үҙгәреш индерелде. Быға тиклем башҡа төбәктән машина һатып алған осраҡта, уның иҫке номерын ҡалдырыу мөмкинлеге бар ине.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был яңылыҡ юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһын теүәлерәк анализларға, төбәк юлдарындағы тәртипте нығыраҡ контролдә тоторға булышлыҡ итәсәк.