Быйыл августа Өфөлә Рәсәй пенсионерҙарының VI Спартакиадаһы үтәсәк. Баш ҡалаға илдең 70 төбәгенән 600-ләп кеше киләсәк. Шулай уҡ ярыштарҙа яҡын сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар көтөлә.
Спортсылар өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, ҡатнаш эстафета, атыу, шахмат, дартс кеүек спорт төрҙәрендә ярышасаҡ, ГТО нормативтары буйынса иң яҡшылар билдәләнәсәк.
Быға тиклем пенсионерҙар Спартакиадаһының финал уйындары Чебоксар, Һарытау, Тула, Пенза һәм Новосибирск ҡалаларында уҙғарылғайны.