Мәләүез районы аша үткән Өфө – Ырымбур юлының 172-се саҡрымында “Land Cruiser Prado” һәм “ВАЗ-2106” автомобилдәре бәрелешкән. Фараз буйынса, сит ил машинаһы ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, тип белдерә ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Сит ил машинаһы руле артында Мәскәү ҡалаһынан 43 йәшлек ҡатын булған. Авария һөҙөмтәһендә зыян күргән “шестерка”ның Баймаҡ районынан 49 йәшлек водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған.